Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!

25 майҙан 29-тиклем республикала ҙур эшлекле ваҡиға - Рәсәй эшҡыуарҙары көнөнә арналған Эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә.

Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!
Эшҡыуарҙар, һеҙҙең өсөн!

Сара "Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад" милли проекты (нацпроект "Эффективная и конкурентная  экономика ") сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамы менән тормошҡа ашырыла, тип хәбәр ителә төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.

‎— Эшҡыуарлыҡ аҙналығы - ул власть, бизнес һәм эксперттар үҙ-ара аралашһын өсөн уникаль майҙансыҡ. Аҙна дауамында ҡатнашыусылар иҡтисадты үҫтереү һорауҙары буйынса фекер алышасаҡ, тәжрибә уртаҡлашасаҡ, заманса шарттарҙа бизнесты алып барыу буйынса практик инструменттар аласаҡ. Эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә 150-нән ашыу сара уҙғарыу планлаштырылған, - ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. ‎

Эшҡыуарлыҡ аҙналығы программаһында - панель сессиялар, конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, уңышлы бизнесмендар, тармаҡ эксперттары менән осрашыуҙар, шулай уҡ эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса консультациялар.  

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас