

- Республика был рейтинг буйынса тауыш биреүҙә икенсе урын алды, унда һигеҙ йөҙ меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Халыҡ тәҡдим ителгән проекттар өсөн тауыш биреп кенә ҡалмай, ә үҙҙәре лә көн тәртибен төҙөй. Тауыш биреүгә тәҡдим ителгән 246 биләмәнең 48-ен кешеләр үҙҙәре тәҡдим итә. Тап ошондай ҡараш партияның халыҡ программаһы нигеҙендә ята - ҡарарҙар халыҡтың фекерен һәм уларҙың һорауҙарын иҫәпкә алып ҡабул ителә, - тип билдәләне Александр Мельников.
Һөҙөмтәлә киләһе йылда, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова һүҙҙәренсә, төбәктә 152 объект тәртипкә килтереләсәк. Был маҡсатҡа ярашлы федераль бюджеттан миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
- Уңайлы заманса ҡалалар төҙөү - «Берҙәм Рәсәй»ҙең төп бурыстарының береһе. 2019 йылдан Башҡортостанда 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, федераль бюджеттан 7,6 миллиард һум йәлеп ителгән, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәктәбе» партпроектының төбәк координаторы, БР Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет рәйесе Александр Андреев.
Фото Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте сайтынан.