Милли проекттар
5 Август , 02:30

Кил дә инструмент ал

Был хаҡта республиканың  Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала:

Кил дә инструмент алКил дә инструмент ал
Кил дә инструмент ал

“Ғаилә” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда бер тапҡыр атҡарыла торған эш өсөн төҙөлөш инструменттарын “Ғаилә” үҙәктәрендә алып торорға мөмкин. Быйыл икенсе кварталда прокат пункттары хеҙмәттәренән 26 ғаилә файҙаланған. Ә хеҙмәт эшләй башлаған ваҡыттан – 2023 йылдан – 800 тирәһе ғаилә ярҙам алған.

Йыш ҡына шөрөп борғостарҙы, дрелдәрҙе, электролобзиктарҙы, перфораторҙарҙы һәм культиваторҙарҙы алып торалар икән.  Улар ярҙамында нигеҙҙә мебель, ҡапҡа ремонтлағандар, участка ерен эшкәрткәндәр. Ниндәй инструменттарҙың барлығы тураһындлағы яҡындағы “Ғаилә” үҙәгендә белергә мөмкин.

- Күп ғаиләләр шәхси йорттарҙа йәшәй йәки дачалары бар. Яҙын ерҙе эшкәртергә, йәйен нимәнелер ипкә килтерергә, яңынан эшләргә тура килә. Ә инструмент ҡиммәт кенә тора. “Ғаилә” үҙәктәрендә кешеләр перфораторҙарҙы, культиваторҙарҙы, шөрөп борғостарҙы алып торалар. Был аҡсаны янда ҡалдыра, келәттәге урынды ла биләмәй, - тип белдерҙе “Ғаилә” республика ресурстар үҙәге директоры Ангелина Девятерикова.

“Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) ата-әсәләргә һәм балаларға ярҙам итеү өсөн ғәмәлдәге сараларҙы берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙар тыуыу өсөн өҫтәмә стимулдар булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем оҙон ғүмерлелек практикаһы тормошҡа ашырыла. 14-22 йәшлек йәштәргә музейҙарға, театрҙарға, кинозалдарға һәм башҡа мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөргә мөмкинлек биргән “Пушкин картаһы” программаһы ғәмәлдә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ, фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас