

Шаран районы Шаран ауылының үҙәк майҙанында “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы — “Тормош өсөн инфраструктура” (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) милли проектының бер өлөшө буйынса төҙөкләндереү эштәре тамамланды, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.
Йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү ике этапта башҡарылған. 2025 йылда майҙан төҙөкләндерелә, майҙанда перголалар һәм төрлө бәләкәй архитектура формалары ҡуйыла. Быйыл унда асфальт түшәү эштәре башҡарылған, амфитеатр стилендә урынлаштырылған сәхнә һәм тамашасылар өсөн эскәмйәләр ҡуйылған. Сәхнәнең барлыҡҡа килеүе район мәҙәниәт усағы коллективы өсөн көтөп алынған ваҡиға булды. Хәҙер унда төрлө концерт программалары даими ойошторола.
Сәхнәгә лә, майҙанға ла йүнәлтелгән эскәмйәләр унда йәшәүселәрҙең киске ял итеүе өсөн күп яҡлы функция башҡара. Был социаль объеттың өҫтөнлөгө – ҡасабаның күп торлаҡ һәм йәмәғәт урындары менән сиктәш өлөшөндә урынлашыуы. Бында барлыҡ мәҙәни саралар үтә, шул иҫәптән Яңы йыл, яҙ һәм йәйге байрамдар, фестивалдәр, йәрминкәләр. Үҙәк майҙан Шаран ауылы халҡы һәм ситтән килгән ҡунаҡтарҙың иң күп йөрөгән урында урынлашҡан.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.