Новости
15 Май 2018, 11:03

“Санкцияһыҙ митингтарҙа балаларға урын юҡ”

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Берҙәм Рәсәй”ҙән бер төркөм депутаттар Дәүләт Думаһына индергән бәлиғ булмағандарҙы санкцияһыҙ митингтарҙа ҡатнашыуға йәлеп иткән өсөн яуаплылыҡ тураһындағы федераль закон проектын хупланы.


— Был башланғысты тулыһынса хуплайым, сөнки ул Дәүләт Йыйылышы күптән башҡарған эш менән ауаздаш. Бәлиғ булмағандарҙың протест акцияларында ҡатнашыуына килгәндә, балаларҙы бындай сараларға йәлеп итеүҙе закон нигеҙендә тыйыу тураһындағы мәсьәлә федераль кимәлдә лә бер нисә тапҡыр ҡаралғайны. Былтыр ошондай уҡ башланғысты Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ла тәҡдим иткәйне. Башҡортостан парламенты уны хупланы. Балалар, айырыуса үҫмерҙәр, йоғонтоға тиҙ бирелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәренең сәйәси маҡсатына өлгәшеү өсөн бынан файҙалана. Балаларҙы зомбиға әйләндерергә маташыу яҡшы һөҙөмтәгә килтермәйәсәк, — тине Константин Толкачев.

Дәүләт Думаһына индерелгән закон проекты авторҙары бәлиғ булмағандарҙы санкцияһыҙ йыйылыштарҙа, митингтарҙа, демонстрацияларҙа, йөрөштәрҙә һәм пикеттарҙа ҡатнашыуға йәлеп иткән өсөн административ яуаплылыҡты билдәләргә, граждандарға 30 — 50 мең һум күләмендә штраф һалырға йәки 100 сәғәткә тиклем мәжбүри эшкә ҡушырға, 15 тәүлеккә ҡулға алырға, вазифалы кешеләргә иһә 50 — 100 мең һум, юридик берәмектәргә 250 — 500 мең һум штраф һалырға тәҡдим итә. Законды ҡайтанан боҙған өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү ҡарала.
Читайте нас