3 апрелдән Башҡортостанда ташҡын ваҡытына бөтә көстәрҙең һәм сараларҙың юғары әҙерлек режимы индерелә.
Ташҡын торошон күҙәтеү өсөн 14 пилотһыҙ осоу аппараты сафта. Ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, ваҡытлыса 659 халыҡты урынлаштырыу нөктәһе 160 мең кешене ҡабул итергә әҙер. Бәлә тыуһа, был турала үҙәкләштерелгән системалар, радио узелдары аша, телефонға смс ебәреп хәбәр ителәсәк.
Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл төбәктә көслө ташҡын күҙалланмай. Дала яҡтарында – апрелдең тәүге ун көнлөгөндә, Урал аръяғында – 6-11 апрелдә, таулы тарафтарҙа – 6-15 апрелдә, төньяҡ-көнсығышта 12-15 апрелдә йылғаларҙа боҙ китер тип көтөлә. Өфө янында Ағиҙел 2-8 апрелдә асылыр тип күҙаллана. Архангел, Бөрө, Бөрйән һәм ҡайһы бер башҡа райондарҙа боҙ тығылыуы ихтимал.
Әгәр ныҡ һыу баҫа ҡалһа, республикала 80 мең халыҡ йәшәгән 257 тораҡ ҡурҡыныс аҫтында.