1996 йылда ике дәүләт президенттары “Рәсәй һәм Беларусь берләшмәһе ойошторолоуы тураһында” килешеү төҙөй. Был документ илдәрҙең үҙ-ара берләшеү процесына башланғыс һала. 1997 йылдың 2 апрелендә иһә Рәсәй һәм Беларусь союзы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Дуҫлыҡ 1998 йылдың 25 декабрендә ҡабул ителгән Декларация менән нығытыла.
Ошо йылдар арауығында ике дәүләт араһында килешеү – хоҡуҡи база формалашҡан, йәғни ике яҡтың хеҙмәттәшлек өлкәһендә мөһим аспекттарҙы көйләгән 150-нән ашыу документҡа ҡул ҡуйылған. Союздаш дәүләт сиктәрендә, граждандар тиңлеген тәьмин итеү, берлектәге оборона сәйәсәтен уҙғарыу, килешелгән тышҡы сәйәси хеҙмәттәшлек, күләмле иҡтисади һәм фәнни-техник процестарҙы бойомға ашырыу өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған.
Союздаш дәүләттәрҙең үҙ-ара уңышлы хеҙмәттәшлеге Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе киңлегендә берләшеү процесын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ике илдең эшмәкәрлек һөҙөмтәһе Таможня союзын, Рәсәй, Беларусь һәм Ҡаҙағстан берҙәм иҡтисад киңлеген, Евразия иҡтисад берлеген төҙөүҙә файҙаланыла.
Башҡортостан һәм Беларусь араһындағы сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү 1999 йылда төҙөлә һәм эшлекле аралашыу бөгөнгәсә дауам итә.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисад бәйләнештәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, республиканың тышҡы сауҙа әйләнешендә Беларусь Республикаһы икенсе урынды биләй (12,8 процент). Һандар теле менән әйткәндә, 2017 йылда төбәк беларустарға 351 878,3 мең долларлыҡ тауар оҙатҡан, былтыр ул 592 264,3 мең долларға еткән (үҫеш – 68,3 процент). Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанға тауар индереү буйынса ла алға китеш күҙәтелә: 2017 йылда 86 448,7 мең долларлыҡ тауар алынған, былтыр ул 97 093,0 мең доллар тәшкил иткән (үҫеш – 12,3 процент).
Ике республика араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 2017 йылда 438 327,0 мең доллар булһа, былтыр 689 357,3 мең долларға тиклем артҡан (үҫеш – 57,3 процент).
Башҡортостан беларустарға яғыулыҡ-энергетика тауарҙарын күпләп һата, ул экспорттың нигеҙен тәшкил итә – 85,1 процент, унан ҡала химия сәнәғәте тауарҙары – 10,8 процент, металдан әйберҙәр – 2,2 процент. Беҙ уларҙан машиналар эшләү сәнәғәте тауарҙарын күпләп алабыҙ (55,3 процент), ағас әйберҙәр – 21,3 процент, туҡыма әйберҙәр – 11,5 процент, химия сәнәғәте тауарҙары – 2,3 процент.
Әле төбәктә Беларусь Республикаһынан килгән капитал ҡатнашлығында һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, сауҙа, һыу транспорты эшмәкәрлеге, электр приборҙары һәм ҡорамалдары етештереү, ағас әйберҙәр эшләү, тауар ташыу, хоҡуҡ, архитектура, реклама, күсемһеҙ милек, йәшелсәне күмәртәләп һатыу өлкәһендә эшләгән 21 предприятие бар.
2016 йылда үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса эш төркөмө ойошторолған. Сиратлап йыл һайын ултырыштар уҙғарыла. 2001 йылдан Өфөлә Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге илселегенең бүлексәһе асылған.
Иглин районында беларустар диаспораһы район халҡының 15 процентҡа яҡынын тәшкил итә. Балтика ауылында “Балтика” тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй. Унда йыл һайын беларустарҙың милли байрамдары уҙғарыла. Балтика ауыл мәҙәниәт йортоноң “Сябры” белорус халыҡ йыр ансамбле төбәктә танылыу алған. Республиканың ике мәктәбендә белорус теле өйрәнелә. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт университеты һәм Барановичи дәүләт университеты, Башҡортостан дәүләт медицина университеты һәм Витебск, Гомель дәүләт медицина университеттары, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Полоцк дәүләт университеты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлгән. Әлеге мәлдә республиканың юғары уҡыу йорттарында Беларустан алты студент белем ала.