Новости
3 Апрель 2019, 06:40

“Әкиәт”тә тормош әкиәттәгесә

Кескәй саҡ – үҙе бер ҡабатланмаҫ донъя. Ошо мәлдең иң матур, иң иҫтәлекле миҙгеле балалар баҡсаһындағы осорға тура киләлер, моғайын. Был йәһәттән Ҡалтасылағы “Әкиәт” балалар баҡсаһына йөрөгән ҡыҙҙар һәм малайҙар икеләтә бәхетле, сөнки бындағы мөхит, ысынлап та, әкиәт донъяһындағы кеүек.

Кескәй саҡ – үҙе бер ҡабатланмаҫ донъя. Ошо мәлдең иң матур, иң иҫтәлекле миҙгеле балалар баҡсаһындағы осорға тура киләлер, моғайын. Был йәһәттән Ҡалтасылағы “Әкиәт” балалар баҡсаһына йөрөгән ҡыҙҙар һәм малайҙар икеләтә бәхетле, сөнки бындағы мөхит, ысынлап та, әкиәт донъяһындағы кеүек.
Ике ҡатлы күркәм йорттоң ихатаһына килеп ингәс тә, бында сабыйҙар бик теләп йөрөйҙөр, тигән уй тыуа. Кескәйҙәрҙең көнөн файҙалы һәм күңелле үткәреү, уйнау өсөн матур йыһаздар ҡуйылған. Балалар баҡсаһының эсе лә күркәмлеге менән айырылып тора. Иҙәндәргә балаҫтар түшәлгән, гөлдәр сағыу сәскәләргә күмелгән. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың зиһенен үҫтереү, һәләтен асыу өсөн барлыҡ шарттар бар.
Иркен тамаша залында бер төркөм кескәйҙәр “Бесәй өйө” әкиәтен сәхнәләштерә. Музыка етәксеһе Лариса Бережнева, фортепьянола уйнап, йырҙарҙы ҡабатлата. Тиҙҙән Театр йылына арналған смотр үтәсәк икән. Шуға әҙерләнеүҙәре. Улар менән һөйләшкәс, шау-гөр килгән икенсе бүлмәгә йүнәләбеҙ. Бында атай-әсәйҙәр менән бергә уҙған ярыш ҡыҙа... Логопед бүлмәһендә лә дәрес бара.
Балалар баҡсаһы мөдире Нина Илгузина әйтеүенсә, баҡсала 160 сабый тәрбиәләнә. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың һәләтен асыу, ваҡытын файҙалы үткәреү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Алты түңәрәк эшләй. Уларҙа кескәйҙәр рәхәтләнеп бушлай шөғөлләнә. Бынан тыш, һәр төркөмдә театр мөйөшө бар. Балалар үҙҙәре йәнһүрәт төшөрөргә өйрәнә. Кинәнеп ҡараған әкиәттәрҙең нисек ижад ителеүе уларға бигерәк тә ҡыҙыҡлы.
Нина Степановна алыҫ Ҡаҙағстанда тыуып үҫә. Астана ҡалаһындағы Лев Гумилев исемендәге Евразия университетында француз, ҡаҙаҡ телдәре уҡытыусыһы дипломын ала. Яҙмыш еле Башҡортостанға илткәс, йәнә белемен камиллаштыра, яңы һөнәргә эйә була.
Тәүҙә ете йыл Ҡалмаш балалар йортона етәкселек итә. Атай-әсәй тәрбиәһенән мәхрүм сабыйҙар менән эшләүе ниндәй көс, тәжрибә, сыҙамлыҡ талап иткәнен үҙ иңендә татыған кеше генә аңлайҙыр. Берәүҙәрен ғәзиз кешеләре шешәгә алмаштырған, икенселәренеке мәрхүм булған. Һәр береһенә йылы һүҙ табып, күңелен күрергә, ҡайһы ваҡыт ҡатыраҡ та булырға тура килә.
Бер аҙҙан эшлекле һәм коллективта хөрмәт ҡаҙанған Нина Степановнаны “Әкиәт”тең етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ла ул башкөллө эшкә сума. Уны коллективта ла хөрмәт итеп, аңлап торалар. Тап шуға ла эштәре уң бара уларҙың. Районда, республикала уҙғарылған барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашалар һәм маҡтаулы урындар яулайҙар. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге эшмәкәрлеге, тәрбиә усағын яңы уҡыу йылына әҙерләү буйынса ла “Әкиәт” һәр ваҡыт бүтәндәргә өлгө күрһәтә.
Сер түгел, Ҡалтасыла уңған һәм булдыҡлы, маҡсат менән йәшәгән гүзәл заттар күп. Былтыр улар араһынан тап Нина Илгузинаны “Ҡатын-ҡыҙ йыл директоры” Бөтә Рәсәй конкурсының республикала үткән ярышына тәҡдим итеүҙәре – үҙе ҙур мәртәбә. Тапҡырлыҡ, тәжрибә, оҫталыҡ талап иткән абруйлы был сарала ул яҡташ­тарының ышанысын яҡлай – еңеп сыға.
— Уңыштарымда бергә эшләгән коллек­тивымдың өлөшө тос. Тәрбиәселәрҙең һәр береһе үҙ һөнәренә ғашиҡ. Тап улар балалар баҡсаһында сабыйҙарға әкиәттәгесә күңелле булһын өсөн тырыша ла инде, – ти бөтмөр ханым.
Ҡалтасы районы
Читайте нас