Новости
4 Апрель 2019, 08:21

11 градусҡа тиклем йылыта

Синоптиктар фаразлауынса, киләһе өс көндә Башҡортостанда 11 градусҡа тиклем йылытасаҡ.

Синоптиктар фаразлауынса, киләһе өс көндә Башҡортостанда 11 градусҡа тиклем йылытасаҡ.
5 апрелдә республикала һауа торошо башлыса яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә 4 градус һалҡындан бер градусҡа тиклем йылы, урыны менән 9 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ иһә 5-10 градус йылы булыуы күҙаллана.
6 апрелдә урыны менән көндөҙ ямғыр яуыуы, төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 2 градус һалҡындан 3 градусҡа тиклем йылы, аяҙытҡанда 7 градусҡа тиклем һалҡын булыуы көтөлә. Көндөҙ һиҙелерлек йылы булмаҡсы – 6-11 градус.
Фото: vpered-tum.ru
Читайте нас