Марсель Сәлим – башҡорт һәм Рәсәй сатираһына ҙур өлөш индергән яҙыусы. Ул “Һәнәк” журналында 30 йыл баш мөхәррир вазифаһын башҡара, совет һәм Рәсәй сатирик журналдары араһында баҫманың абруйын күтәрә. Рәсәй Журналистар союзы тарафынан 1996 йылда “Һәнәк” илдәге иң яҡшы сатирик баҫма тип таныла, киң мәғлүмәт сараларының Бөтә Рәсәй фестивалендә лауреат исемен яулай, “Матбуғаттың алтын фонды” билдәһенә лайыҡ була.
Марсель Сәлимовтың 40-тан ашыу китабы Өфөлә генә түгел, Мәскәү, Ҡазан, Чебоксар, Симферополь ҡалаларында, хатта Лондонда донъя күрә. Уның 2002 һәм 2005 йылда ике томда сыҡҡан “Әскелле-сөскөллө әҫәрҙәр”ен тәнҡитселәр “беҙҙең замандың сатирик энциклопедияһы” тип билдәләй. Яҙыусы үҙенең ижадында бөгөнгө ысынбарлыҡтың кире яҡтарын ҡырҡа тәнҡитләй, әммә бар донъяны ҡара төҫкә буямай – унда яҡты юмор, тормошҡа шатланып бағыу, илһөйәрлек хисе, көнүҙәк сатира йүнәлештәре сағыла.
“Керләнеп бөттөм үҙем, донъяны паклай алманым…”
ни саҡлы күп көс түкһәм дә,
“күпте белгән” ҡустыларҙы
“Du sublime au ridicule il n’y a qu’un pas”.
(“Бөйөклөктән көлкөлөгә – бер аҙым”.)
“Вчера я читал в газетах, что ради освобождения России от большевиков и её пробуждения к новой жизни надо эвакуировать Уфу. Сегодня на центральной улице увидел настоящего француза с отмороженными ушами...”
Ләкин ҡылыс менән килеп Рәсәйгә,
Көләм тиһәң, көлкөлө шул:
Ә Өфөнө азат иткәс аҡтарҙан,
Йылғыр һалдат Швейк һис тә
Бәлки, бында берәй хикмәт
Көлкөлөнән – бөйөклөккә...
Ә бит, төптән уйлаhаң, ул
Кешеләргә шәп булhын тип,
– Миллиондарымды ҡотҡарҙым,
– Дөрөҫ уйламайһың, шаһ ир!