Cиләбе ҡалаһында өлкәлә эшләп килгән башҡорт йәмәғәт ойошмаларының берләштерелгән ултырышы бара. Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре сиктәрендә үткән сарала урындағы башҡорт ойошмалары, Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре, Ҡоролтай етәкселеге һәм журналистарҙан торған делегация ҡатнаша.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Урал Таһир улы Килсенбаев Силәбеләге башҡорт ойошмаларының әүҙем эшләүен билдәләне, уларға Башҡортостан даими ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуын, бигерәк тә башҡорт телен өйрәнеү буйынса мәсьәләне хәл итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Силәбе өлкәһе - аҫаба башҡорттарының йәшәү урыны. Бында татыу, илһөйәр халыҡ йәшәй. 1918 йылда Башҡорт Хөкүмәте тап Силәбелә урынлаша, шуға күрә Силәбе республикабыҙҙы төҙөүгә ҙур өлөш индерә. Әлеге көндә лә бындағы милләттәштәребеҙҙең әүҙем булыуҙары менән ғорурланабыҙ. Киләсәктә лә телде, мәҙәниәтте, халҡыбыҙ һанын һаҡлау буйынса эшләүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ, - тине үҙ сығышында Бөтә Донья башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Әхмәҙей улы Ғәйнуллин.
Ултырышта шулай уҡ урындағы башҡорт ойошмалары активистарына рәхмәт хаттары тапшырылды.
- Һеҙҙең һәр берегеҙ башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индергәнен яҡшы аңлайбыҙ, - тине уларҙы тәбрикләп, Силәбе өлкәһе хөкүмәтенең йәмғиәт элемтәләре идаралығы рәйесе Дмитрий Игоревич Семёнов.
Бөгөн программала шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш, күргәҙмәләр һәм Сибай дәүләт театр-концерт берләшмәһе концерты ҡаралған.