Баш ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Өфөнөң бер нисә районындағы өмәләрҙә ҡатнашты.
Сарала халыҡ ифрат күп булды. Быға, әлбиттә, көндөң матур тороуы ла булышлыҡ итте. Халыҡ үҙ урамдарын, ихаталарын, эш урындары биләмәһен ҙур теләк менән тәртипкә килтерҙе.
Дим районында, мәҫәлән, Өлфәт Мостафин “Каскад Инвест” йәмғиәтенең төҙөлөш майҙансығында үткән өмәлә булды. Унда студенттар, ирекмәндәр ял һәм спорт зонаһын сүп-сарҙан таҙарта ине. Бындай йәштәр өмәһе айырыуса күңелле үтте.
Баш ҡала хакимиәте башлығы артабан райондың үҙәк урамдары буйлап уҙҙы. Унда ла хеҙмәт, таҙалыҡ, тәртип мөхите хөкөм һөрә ине. Өлфәт Мостафин “Көмөш шишмә” биҫтәһендә лә булып, өмәлә ҡатнашҡан 161-се лицей уҡыусылары һәм “ЖЭУ” йәмғиәте идара компанияһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашып аралашты.
Ҡала хакимиәте башлығы шулай уҡ Өфөнөң башҡа райондарында булып, өмә эшендә ҡатнашты, ағас ултыртты, халыҡ менән аралашты. Һуңынан ул сарала кешеләрҙең шул хәтлем күп булыуына ихлас шатланыуын, берҙәмлеккә һоҡланыуын белдерҙе.