Новости
8 Апрель 2019, 09:41

Өмәләр гөрләп уҙа, төбәгебеҙ таҙара

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы беренсе дөйөм республика өмәһенә йомғаҡ яһаны.

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы беренсе дөйөм республика өмәһенә йомғаҡ яһаны. Министрҙың кәңәшсеһе Николай Ельников белдереүенсә, яҙҙың беренсе өмәһендә 320 меңгә яҡын кеше, шул иҫәптән 15960 ойошма вәкиле ҡатнашҡан.
Сарала ҡатнашыусылар биләмәләрҙе боҙло ҡарҙан, сүп-сарҙан таҙартты, ағас ултыртты, сәскә түтәлдәрен тәртипкә килтерҙе. Коммуналь хеҙмәттәр туҡталыштарҙы рәтләне, юлдарҙы таҙаланы. Өмәлә сәнәғәт, сауҙа, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф ойошмалары әүҙем ҡатнашты.
Сара барышында республиканың ҡала һәм райондарында туҡланыу урындары ла ойошторолдо. Йыйыштырыу эштәренә өс мең берәмектән ашыу техника йәлеп ителде. Дөйөм көс менән 110 мең кубометр сүп-сар түгелде.
Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, баш ҡалала дөйөм өмәгә 103 мең самаһы кеше сыҡҡан, улар тарафынан 3832 кубометр сүп-сар йыйылған.
– Өмәләр – иҫкелек ҡалдығы, таҙалыҡ булдырыу – урам йыйыштырыусыларҙың эше, тигән фекер ишетергә тура килә ҡайһы саҡ, – тип билдәләне төбәк Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров. – Әммә урам йыйыштырыусылар ғына ҡыйламай бит. Беҙ әле булһа дөйөм биләмәне үҙебеҙҙең яуаплылыҡтағы өлкә тип ҡарарға өйрәнә алмайбыҙ. Либераль ҡарашлы ҡалалаштар әрләһә – әрләр, әммә өмәләр киләсәктә лә үтәсәк. Әйткәндәй, көнбайыш илдәрҙә лә халыҡ бергәләп, бушлай таҙалыҡ булдырыу өсөн көрәшә.
Киләһе дөйөм республика өмәһе 27 апрелдә үтәсәк. Өфөлә 13 һәм 20 апрелдә ҡала күләмендәге өмәләр иғлан ителгән.
А. Нурмөхәмәтов фотолары
Читайте нас