Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова Сибайҙа эш сәфәре менән булды.
Ленара Хәким ҡыҙы тәүҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар белем алған учреждениеның, социаль приюттың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышһа, төштән һуң халыҡты шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итте.
Сибай хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов менән бергә тәүҙә улар 1-се марттан Баймаҡ районының Иҫке Сибай мәктәбе уҡыусылары белем алған 14-се ҡала мәктәбендә булып, балаларҙың уҡыу шарттарын яҡындан күрҙе. Артабан етәкселәр урындағы коррекцион мәктәптә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дистанцияла белем биреү үҙәгендә булды.
Бында бөтөн шарттар тыуҙырылғанына, педагогтарҙың һәр бала менән шәхсән шөғөлләнеүенә, тәрбиәселәрҙең әсәй кеүек бик яҡшы мөғәмәлә итеүенә шаһит булған Ленара Иванова хеҙмәткәрҙәргә һоҡланыу, хөрмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Шул уҡ ваҡытта ул бөгөн балаларҙы ғаиләлә үҫтереүгә күберәк иғтибар бүленергә тейешлеген билдәләне.
Ленара Иванова ҡала етәкселегенең һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн махсус үҙәк булдырыу тәҡдимен хупланы һәм был тәңгәлдә бар яҡлап ярҙам итәсәген белдерҙе.
Вице-премьер вазифаһын башҡарыусыға шәхси һорауҙар менән 20 кеше мөрәжәғәт итте.