Төбәгебеҙҙә тыуым кимәле кәмей. Былтыр 2014 йылға ҡарағанда 13 меңгә аҙыраҡ бала донъяға килгән. Был тотош бер тораҡ пункттың йәшәүҙән туҡтауына тиң.
Республика йортонда үткән бөгөнгө кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
“Рәсәй Президенты В.В. Путин демография мәсьәләһенә етди иғтибар бүлә. Тыуымдың аҙайыуы барлыҡ илгә хас, әммә шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер төбәктәрҙә ыңғай хәл күҙәтелә. Бөгөн беҙгә үҙебеҙҙәге тороштоң сәбәптәрен асыҡларға, кире тенденцияны туҡтатыу өсөн етди саралар күрергә кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ошо йәһәттән фекер алышты, тыуым кимәлен күтәреүгә, демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән сараларҙы тикшерҙе.