Новости
10 Апрель 2019, 06:31

Тотош коллектив менән –“Башҡортостан”ға!

Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк урта мәктәбе коллективының күпселеге “Башҡортостан” гәзитен алдырыуҙары хаҡында ишеткәс, улар менән яҡындан осрашырға, белем усағы менән танышырға, теләк-тәҡдимдәрен ишетергә теләнек.

Рухи бәйләнеш өҙөлмәҫ.
Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк урта мәктәбе коллективының күпселеге “Башҡортостан” гәзитен алдырыуҙары хаҡында ишеткәс, улар менән яҡындан осрашырға, белем усағы менән танышырға, теләк-тәҡдимдәрен ишетергә теләнек.
Ауылға йәм биреп ултырған ике ҡатлы белем биреү учреждениеһы әллә ҡайҙан саҡырып торғандай. Бигерәк тә капиталь ремонттан һуң бинаны танырлыҡ түгел. Тулыһынса яңыртылған белем усағын ремонтлауға республика һәм район ҡаҙнаһынан аҡса бүленгән. Бөгөн мәктәптә 180 уҡыусы белем ала. Күрше Яковлевка, Байғусҡар, Юлбарыҫ һәм Перволачан ауылдарынан 30 бала мәктәп яны интернатында йәшәй.
Мәктәп директоры Риф Баймырҙин әйтеүенсә, мәктәп 1975 йылда төҙөлгәндән алып капиталь ремонт күрмәгән. Шуға күрә белем усағының ҡайтанан яңы төҫ алыуы – уҡыусылар, уҡытыусылар өсөн генә түгел, ә тотош ауыл халҡының оло ҡыуанысы.
– Мәктәптең төҙөлөш эше ике этапҡа бүлеп башҡарылды. Беренсе этапта бинаның тышҡы яғы һәм ҡыйығы яңыртылды, тәҙрәләр евроға алмаштырылды. Шулай уҡ коридорҙарға өр-яңынан сифатлы плитә түшәнек, ашхана тулыһынса йыһазландырылып, кәрәкле ҡоролмалар һатып алынды. Спорт залы ла өр-яңы төҫ алды: бар талаптарға яуап биргән ремонт эшләнде. Бөтәһе 12 миллион 760 мең аҡса сарыф ителһә, икенсе этапта 4 миллион 906 мең һум аҡса тотонолдо. Шулай уҡ район хакимиәте тарафынан бүленгән 2 миллион 500 мең һум аҡсаға өр-яңы мебель һатып алдыҡ. Мәктәп яны интернатында ла балалар өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылды. Душ бүлмәһе бар, йылы һыу килә. Уҡыусыларға яҡшы уҡырға, ә беҙгә, педагогик коллективҡа, тырышып эшләргә генә ҡала, – ти Риф Мәжит улы.
Әйткәндәй, коллективта үҙ эшенең оҫталары йыйылған. 24 уҡытыусының 12-һе – юғары категориялы, 22 педагог – юғары белемле. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәйфә Тулибаева – “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” бәйгеһе еңеүсеһе, әле уның уҡыусылары республика олимпиадаларында йыл һайын призлы урын яулай. Быйыл ошо уҡ мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Назарова, мәртәбәле конкурста ҡатнашып, лауреат исемен яулаған. Балаларға математика серен өйрәтêәí Ольга Гавриштың дәрестәрен көтөп ала уҡыусылары. Сығарылыш кластарының йыл да Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыуҙа уның роле баһалап бөткөһөҙ.
Һанай китһәң, белем усағының ҡа­ҙа­ныштары бик күп: Татыр-Үҙәк мәктәбе уҡытыусылары район, республика, Рәсәй кимәлендәге конкурс­тарҙа, төрлө конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Уҡыусыларының да төрлө олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә тәүге урындарҙы яулауы – мәктәп коллек­тивының белемле һәм һөҙөмтәле эш күрһәткесе. Мәҫәлән, 9-сы класс уҡыусыһы Елена Сидоренко Ишем­байҙа үткән уҡыу-эҙләнеү эше буйынса “Ер хужаһы” III республика конкурсында номинацияға лайыҡ булһа, Гөлдәриә Баймырҙина “Вәлиди уҡыуҙары”нда икенсе урын алған. Башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадала Альбина Сыңғы­ҙова беренселеккә сыҡҡан.
Спортҡа килгәндә, уҡыу йортоноң уңыштары бихисап. Бында гер күтәреү, шахмат, волейбол, хоккей, көрәш секциялары уңышлы эшләй. Мәктәп директорының да спортты үҙ итеүе, сәләмәт тормош алып барыуы һәм районда бил бирмәҫ ба­тырҙарҙың береһе булыуы коллективты ла, уҡыусыларҙы ла спорт­ҡа ылыҡтырмай ҡалмай. Юҡҡамы ни татырүҙәктәр район һәм республика кимәлендәге ярыштарҙа алдын­ғылыҡты бирмәй? Бигерәк тә милли көрәшкә иғтибар ҙур: буласаҡ бил бирмәҫ батырҙар үҫеп сыҡмаҫ тимә! Көрәш секцияһын билдәле көрәшсе Кәбир Баймырҙин алып бара.
– Уҡыусылар секцияға теләп йөрөй. Èң төп талаптарҙың береһе – үҙ-үҙеңде еңåү, ихтыяр көсө һәм маҡсатыңа ынтылыш, – ти Кәбир Баймырҙа улы. – Ошо сифаттарҙы үҙендә тәрбиәләй алған һәм ҡомарлы кеше генә спортта үҙ юлын таба, еңеүҙәр яулай. Көрәш алымдарына, уның техникаһына һәр кемде өйрәтергә мөмкин, әммә еңеүгә ынтылыш һәр көрәшсенең үҙендә бу­лыуы кәрәк. Таһир Баймырҙин, Арыҫлан һәм Камил Рәмовтар, Данил Ҡужин, Тимерхан Әминев, Тәлғәт Үҙәнбаевтар төрлө бәйге­ләрҙә еңде.
Ауыл халҡының “Урындағы баш­лан­ғыстарҙы хуплау” програм­маһын­да әүҙем ҡатнашып, мәктәп янында хоккей майҙансығы төҙөү өсөн проектта еңеп сығыуы ла уҡыусылар өсөн ҙур бүләк. Быйыл сәкән һуғырға яратыусылар өсөн боҙ майҙансы­ғында бик күп ярыштар ойошто­ролған. Мәктәп хоккей командаһы­ның, ниһайәт, шөғөлләнеү өсөн үҙ боҙо булыуы йәш хоккейсыларға уйынға ҡарата һөйөү һәм ҡыҙыҡһы­ныу тәрбиәләгән, күрәһең. Бөгөн Татыр-Үҙәктә йәшәүселәрҙең олоһо ла, йәше лә хоккейҙы үҙ итә һәм ярата.
Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, мәктәптә уҡыусыларға яҡшы белем биреү өсөн бар шарттар тыуҙы­рылған. Һәр класс заманса интерак­тив таҡта, яңы парталар, проектор, сканер, принтер кеүек техник кәрәк-яраҡтар менән йыһазлан­дырылған, һәр уҡытыусыға ноутбук бирелгән. Бигерәк тә уҡыусыларҙың хәүефһеҙ­леген тәьмин итеү маҡсатында эштәрҙең яйға һалыныуы маҡтауға лайыҡ. Турникет ҡуйылған, хәүеф­һеҙлек кнопкаһы һәм райондың Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте пультына сығарыусы янғын сигнали­зацияһы менән тәьмин ителгән. “Балаларҙың ышаныслы һаҡ аҫтын­да булыуы беҙҙең өсөн дә, ата-әсәләргә лә тыныс һәм хәүефһеҙ”, – ти Риф Баймырҙин.
Уҡытыусылар коллективының төрлө милләттән булыуына ҡарамай, бергәләшеп “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыуҙары күп район белем биреү учреждениеларына өлгө булырлыҡ. Уҡытыусылар менән һөйләшеү барышында уларҙың гәзитте үҙ итеүе, мәҡәләләрҙе дәрестәрҙә ҡулланыу­ҙары хаҡында белдек. Шулай ҙа мәғарифты яҡтыртҡан, яңы алымдар менән эшләгән коллегаларыбыҙ хаҡында күберәк белергә теләр инек тигән тәҡдимдәр ҙә яңғыраны.
Ҡасандыр Сибай мәктә­п-интернатында уҡытҡан уҡыусымдың, әле тап ошо мәктәптә эшләүе, гәзитте алдырыуы минең өсөн дә көтөлмәгән хәл булды. Әбйәлил ҡыҙы Гөлназ Тимербаева Хәйбулла еренә килен булып төшөп, балалар үҫтереп, Татыр-Үҙәк мәктәбе интернатында тәрбиәсе булып эшләй. “Гәзиттә баҫылған мәҡәләләрҙе тәрбиәүи маҡсатта йыш ҡулланам, тормош күренештәре хаҡында сыҡҡандарын уҡыусыларға уҡыйым. Гәзит оҡшай”, – ти уҡыусым.
“Башҡортостан” гәзите редакция­һы менән хеҙмәттәшлек иткән Гөлназ Назарова ла гәзит хаҡында яҡшы фекерҙә. “Бөгөн тәнҡит мәҡәлә­ләренең булмауы һиҙелә, тормош­тағы проблемаларҙы ҡыйыу яҡтыртҡан фекер кәрәк”, – ти гәзиттең тоғро дуҫтарының береһе.
Татыр-Үҙәк мәктәбенән бер аҙ уйланып та, ҡыуанып та сыҡтыҡ. Берен­сенән, рухи бәйләнеште дауам итеүсе дуҫтарыбыҙҙың булыуы шатландырһа, икенсенән, ошондай уҡ дуҫтар башҡа мәктәптәрҙә, ойош­маларҙа ла була ала тигән уй күңелгә тынғылыҡ бирмәíå, уларҙың юҡлығы уйландырҙы. Һәр хәлдә, үҙебеҙгә лә эшләргә урын барҙыр.
Хәйбулла районы
Читайте нас