Күктән ергә янып төшөп килгән шарҙы Илеш районы кешеләре күргән. Улар уны видеоға төшөргән.
Апрель баштарында төнгө күктә асыҡланмаған есем осоуона Красноярск һәм Һамар кешеләре лә шаһит булған. Ғалимдар фекеренсә, был – болидтар.
Болид – ул бик ҙур һәм сағыу метеорит, ул Ер атмосфераһында оҙайлы ваҡыт имен килеш ҡала, сағыу балҡыш һәм тауыш менән оҙатыла.
Әйткәндәй, Башҡортостан кешеләре апрелдә Лирида метеорҙар ағышын күрә аласаҡ. Иң сағыу мәл 22-һенән 23 апрелгә ҡарай төндә көтөлә, сәғәтенә 10-20 метеорит осоп үтер, тип күҙаллана.