Новости
11 Апрель 2019, 12:58

Тел уҡытыусылары кәңәш ҡора

Бөгөн Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы асылды.

Бөгөн Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы асылды.
Республикабыҙ тарихында тәүге тапҡыр ойошторолған мәртәбәле сараға Башҡортостан төбәктәренән, башҡорт теле уҡытылған күрше республика һәм өлкәләрҙән 700-ҙән ашыу делегат йыйылды.
Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын телебеҙ һағында торған иң ҙур һәм мәртәбәле көс тип баһаланы һәм бер төркөм уҡытыусыларға “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” маҡтаулы исемен һәм министрлыҡтың Маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Шулай уҡ үҙҙәрен телһөйәр ҙә, илһөйәр ҙә итеп танытҡан мөғәллимдәр ҡоролтайҙың “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалын һәм маҡтау грамотаһын алып ҡыуанды.
Динар Кәлимуллин фотолары
Читайте нас