Новости
13 Апрель 2019, 14:39

Сибайҙа – хеҙмәт байрамы

Бөгөн ҡалала ысын хеҙмәт байрамы тиерһең: һәр ерҙә экологик өмәләр дәррәү үтте. Көндөң йылы тороуы өмәселәрҙең кәйефен тағы ла нығыраҡ күтәреп күтәрҙе.

Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Сибай ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Бөгөн ҡалала ысын хеҙмәт байрамы тиерһең: һәр ерҙә экологик өмәләр дәррәү үтте. Көндөң йылы тороуы халыҡтың кәйефен тағы ла нығыраҡ күтәреп күтәрҙе.


Экологик сара, билдәле булыуынса, “Республикабыҙҙы бергәләп таҙартайыҡ!” саҡырыуы аҫтында үтә.


Иртә менән үткәрелгән “Үҙ ҡалаңды ярат” флешмобы өмәгә сыҡҡандарҙы дәртләндереп ебәрҙе, берҙәм, эшһөйәр, илһөйәр булырға, йәшәгән ереңде таҙа тоторға саҡырҙы. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, ойошма-предприятиелар вәкилдәре, шәхси эшҡыуарҙар – һәммәһе лә ҡулдарына көрәк, һепертке тотоп, тирә-яҡты матурлауға, тәртипкә килтереүгә үҙ өлөшөн индерҙе.


Сибай иртә таңдан йылмайған ҡояш нурҙарына нурланып, тағы ла сағыуыраҡ, матурыраҡ, таҙараҡ булып ҡалды.
Читайте нас