“Башҡортостан” дәүләт концерт залында республикабыҙҙа Татарстан көндәре тантаналы асылды.
Халыҡты ике төбәктең етәкселәре ихлас сәләмләне.
“Беҙ – иң яҡын күршеләрбеҙ. Бынан 31 йыл элек Башҡортостанда Татарстан мәҙәниәте көндәре үткән. Күркәм йоланы тергеҙәбеҙ, – тине сығышында республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Бөгөнгө байрам – ике туғандаш халыҡтың ныҡлы дуҫлығы сағылышы. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ күп йыллыҡ хеҙмәт батырлыҡтары менән милләттәр араһындағы дуҫлыҡ – Ватан именлеге нигеҙе икәнен раҫланы. Бөгөн республикабыҙҙа йәшәгән татарҙар үҙҙәрен уртаҡ йортобоҙҙа бик яҡшы тоя”.
Радий Хәбиров Татарстан президенты Рөстәм Миңлехановҡа төбәктә башҡорт диаспораһына ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ Башҡортостанда татар халҡының тарихын, йолаларын, телен һаҡлау өсөн күп эш башҡарылыуы хаҡында белдерҙе: китаптар баҫыла, гәзиттәр сыға, мәктәптәрҙә татар теле өйрәтелә, ике татар театры эшләй. Иртәгә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асыласаҡ, төрлө осрашыуҙар дауам итәсәк, хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөләсәк.
Радий Фәрит улы туғандаш республикалар өсөн яңы девиз яңғыратты: “Беҙ бергәләп яҡшыраҡ булдырабыҙ!”
Рөстәм Миңлеханов республика халҡын тағы бер тапҡыр 100 йыллыҡ юбилей менән тәбрикләне һәм киләһе йылда Татарстандың да бер быуатлыҡ оло байрамы билдәләнәсәген белдерҙе.
Артабан ике республиканың етәкселәре бер төркөм сәнғәт эшмәкәрҙәренә, телде, мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергән замандаштарыбыҙға мәртәбәле наградалар тапшырҙы, тамашасыларға бай йөкмәткеле концерт күрһәтелде.