Новости
19 Апрель 2019, 05:58

Бер ҡоштоң ике ҡанаты беҙ...

Татар менән башҡорт өсөн тәржемәсе кәрәкмәй: тәүге ҡарамаҡҡа ябай ғына тойолған ошо ғәмәл ике туғандаш халыҡтың телдәре оҡшаш, дине бер икәнлекте иҫбатлауҙан бигерәк, ил кимәлендәге тарихи киңлектә, ижтимағи-сәйәси, иҡтисади, мәҙәни үҫеш юлында ла фекерҙәш, рухташ ике халыҡтың алға табан фәҡәт бергә барыуын, уртаҡ яҙмышлы булыуын да күрһәтә.

Татар менән башҡорт өсөн тәржемәсе кәрәкмәй: тәүге ҡарамаҡҡа ябай ғына тойолған ошо ғәмәл ике туғандаш халыҡтың телдәре оҡшаш, дине бер икәнлекте иҫбатлауҙан бигерәк, ил кимәлендәге тарихи киңлектә, ижтимағи-сәйәси, иҡтисади, мәҙәни үҫеш юлында ла фекерҙәш, рухташ ике халыҡтың алға табан фәҡәт бергә барыуын, уртаҡ яҙмышлы булыуын да күрһәтә.


Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә үт­кән Татарстан Республикаһы көндәре – үрҙә телгә алынған хәҡиҡәткә тағы бер миҫал. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуына 100 йыл тулыуға ар­нал­ған абруйлы сарала ике республи­каның да етәкселәре — Радий Хәби­ров менән Рөстәм Миңлеханов ҡатнашты.


Сараны асыу тантанаһында Радий Фәрит улы ике республика өсөн көнүҙәк девизды яңғыратты: “Беҙ бергә яҡшыраҡ булдырабыҙ!” Тап ошо һүҙҙәр туғандаш халыҡтарҙың быуаттар буйына нығынған дуҫлығын, берҙәмлеген сағылдырып ҡына ҡалмай, ә заман шарттарында республи­каларыбыҙҙың алдынғы үҫеш юлын билдәләй, хеҙмәттәшлек даирәһен киңәй­теүҙе күҙаллай.


Республикала бер миллион татар мил­ләте вәкиле йәшәүен, уларҙың уртаҡ йор­тобоҙ – Башҡортостанда яҡшы көн итеүен, бында уларҙың телен, мәҙәниәтен, традицияларын һаҡлау өсөн шарттар булды­рылғанын да телгә алды республика етәксеһе һәм Рөстәм Миңлехановҡа Татарстанда йәшәгән башҡорт диаспораһына теләктәшлек белдергәне һәм ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.


Һис шикһеҙ, Башҡортостанда үткән Татарстан көндәре үҙ-ара дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу йәһәтенән тағы ла бер етди аҙым булды, мөнәсәбәт­тәре­беҙ­ҙе яҡынайтты, иҡтисади, ижтимағи, ру­­хи мөмкинлектәрҙең офоҡтарын киңәйтте. Атап әйткәндә, саралар программаһы ифрат киң ине: тармаҡ-ара килешеүҙәр төҙөү, эшлекле һөйләшеүҙәр үткәреү, тәжрибә уртаҡлашыу, хеҙмәттәшлек нигеҙҙәрен бул­дырыу менән бер рәттән, Башҡорт­ос­тан һәм Татарстан Республикалары етәкселәре башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә лә һалды, татар халҡының бөйөк шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асты, ике рес­публиканың мәҙәниәт, сәнғәт әһелдәренә, эшлекле даирәләр вәкилдәренә юғары наградалар ҙа тапшырҙы. Татарстан ҡунаҡтары Өфөнөң бер нисә сәнәғәт предприятиеһында, вуздарҙың технопарктарында, күргәҙмәләрҙә булды, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә ҡатнашты, фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты. Мәртәбәле бизнес-форумда ике төбәктең эшлекле даирәләре осрашты, һөҙөмтә булараҡ, бихисап тармаҡ-ара килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.


Бер ҡоштоң ике ҡанаты беҙ...


Әйткәндәй, Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов 31 йыл дауамында Башҡортостанда бындай кимәлдәге сараның ойошторол­мағанын, әммә артабан хеҙмәт­тәш­лекте һөҙөмтәлерәк итеү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр барлығын билдәләне. Киләһе йыл Татарстан ойошто­ролоуының 100 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәктәр. “Был байрамды беҙ бергә билдәләргә тейешбеҙ”, – тине Рөстәм Нурғәли улы һәм телдәре­беҙҙе, йолаларыбыҙҙы, динебеҙҙе бергә һаҡларға тейешлекте һыҙыҡ өҫтөнә алды.


...Бөйөк Мостай Кәрим әйтмешләй, башҡорт менән татар “бер ҡоштоң ике ҡанаты” бит ул. Ике рухи мәркәзде, ут күршеләрҙе тоташтырған Өфө –Ҡазан юлы бер ҡасан да таҡыр­ланмаһын, ике яҡтың да ҡаҙаныштары, уңыштары артһын, алдағы йылдар фәҡәт тотороҡлоҡ, еңеүҙәр килтерһен, тип әйтергә ҡала.
Читайте нас