Новости
19 Апрель 2019, 12:44

Евпаторияла ла ял итербеҙ әле…

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырым башлығы Сергей Аксеновҡа Сибай балаларына Евпаториялағы шифаханала ял итеү мөмкинлеге биргән өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырым башлығы Сергей Аксеновҡа Сибай балаларына Евпаториялағы шифаханала ял итеү мөмкинлеге биргән өсөн рәхмәт белдерҙе.


Уның әйтеүенсә, балалар бик шат һәм ҡәнәғәт. Ҡайһы берҙәре диңгеҙҙе тәүгә күреү генә түгел, ғөмүмән, Сибайҙан беренсе тапҡыр ситкә киткән.


– Сибай балаларын саҡырған һәм уларҙың ялын ойошторған өсөн ҙур рәхмәт, – тине ул.


Республика етәксеһе Ҡырым Башҡортостанға тапшырған Евпаториялағы шифахана буйынса тейешле ҡарарҙарҙың ҡабул ителеүе тураһында белдерҙе.


– Әле проектлау эштәрен башҡарабыҙ. Шифахана Евпаторияның биҙәгенә әүерелер, балаларыбыҙҙың да, республика халҡының да Ҡырымда дауаланыу һәм ял итеү өсөн өҫтәмә мөмкинлеге тыуыр, тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.


Ҡырым башлығы Сергей Аксенов, ике төбәк араһындағы килешеү – ул эш документы, уның буйынса квартал буйынса йомғаҡ яһала, туризм һәм ауыл хужалығы өлкәһендә ҙур инфраструктура проекттары әҙерләнә, тип билдәләне.


Әйткәндәй, Евпаториялағы шифахананы яңыртыуға 800 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтеү күҙаллана.


Фото: “Башинформ” МА.
Читайте нас