Новости
20 Апрель 2019, 12:17

Радий ХӘБИРОВ: "Мин һеҙгә ышанам"

Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһы базаһында республиканың башҡарма власть органдары етәкселәре, муниципаль район хакимиәттәре һәм ҡала округтары башлыҡтары өсөн стратегик сессия-семинар бара.

Башҡортостан Башлығы сайтынан.Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһы базаһында республиканың башҡарма власть органдары етәкселәре, муниципаль район хакимиәттәре һәм ҡала округтары башлыҡтары өсөн стратегик сессия-семинар бара.


Унда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнаша.


“Был сара һеҙҙең өсөн уйланылды, – тине төбәк етәксеһе семинарға килгәндәргә. – Шуға инанғанмын: һеҙҙән ныҡлы, һөҙөмтәле, ышаныслы, тәртипле команда тупланһа, хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәлә булмаясаҡ. Муниципалитет башлығы эшмәкәрлеге – бик ауыр хеҙмәт. Һеҙ – алғы сафта, халыҡ менән тығыҙ аралашаһығыҙ, ил Президенты В.В. Путин беҙҙең алға ҡуйған бурыстарҙы туранан-тура үтәйһегеҙ. Үҙегеҙгә һәр ваҡыт таянасаҡбыҙ. Мин һеҙгә ышанам".


Семинарҙың төп темаһы – Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу. Улар төбәк тормошонда нигеҙ булып торған тармаҡтарҙы үҙ эсенә ала – иҡтисадты үҫтереүҙән алып кешелек капиталын нығытыуға һәм йәшәү өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыуға тиклем. Был эшкә урындағы үҙидара органдары ла әүҙем йәлеп ителәсәк.


Стратегик сессияла шулай уҡ биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә, инвестициялар йәлеп итеү механизмдарына, халыҡ менән хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәле алымдарына бәйле мәсьәләләр ҡараласаҡ. Ҡатнашыусылар өсөн “түңәрәк өҫтәл”дәр, интерактив лекциялар, тренингтар ойошторола.
#национальные проекты #нацпроектыБашкортостан

#региональныепроекты #регпроекты
Читайте нас