Новости
23 Апрель 2019, 09:01

Боронғонан килә моң ылауы

Ринат Рамаҙановтың ниәте ихлас.

Ринат Рамаҙановтың ниәте ихлас.


“Арғымаҡ” этно-рок төркөмө Сәғүд Ғәрәбстанының Эр-Рияд ҡалаһында үткән “Күсмәндәр йыһаны” тип аталған халыҡ-ара этнофестивалдә Гран-при яулауын ишетеп ғәм халыҡ ҡыуанды!


“Афарин, егеттәр! Афарин, Ринат!” – тинек шатлығыбыҙ эскә һыймайса!

Алға саба “Арғымаҡ”:

Рухы ныҡ, ниәте аҡ!

Ғәме унда – милләттең!

Ырыҫында – ҡеүәте!

Милли ҡот – төп маҡсаты!

“Арғымаҡ” – ул рух аты!

Ҡәлебендә – моң заты! –

тип уларға бағышлап маҡтауҙар ҙа яҙылды. Ҙур еңеү менән тәбрикләп, төркөм ағзалары менән “Башҡортостан” гәзите редакцияһында осрашырға булдыҡ. Кистән иғлан тарала башлау менән, һорауҙар ағылды ғына. Шулай итеп, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө солисы, йыраусы, ҡурайсы, ғәжәйеп телмәр оҫтаһы Ринат РАМАҘАНОВ менән әңгәмәбеҙгә рәхим итегеҙ!


Баш мөхәррир Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов сәфәргә йыйына ине, шуға күрә ул баҫма исеменән әҙерләнгән бүләктәрҙе биреп, үҙенең урынын Ринатҡа тапшырҙы. Ә беҙҙең әңгәмә онлайн форматында “Бәйләнештә” социаль селтәрендә барҙы, шуға күрә һорауҙарҙы һөйләшеү барышында бирергә мөмкин ине. Шуныһы ҡыҙыҡ: әңгәмәгә шунда уҡ 11 меңдән ашыу кеше ҡушылды. Дөрөҫөн әйткәндә, әле күпме онлайн тәртибендә бәйләнештәр ойоштороп, бындай күрһәткескә етә алған юҡ ине. Был осраҡта “Арғымаҡ” төркөмөнөң популярлығын Ринаттың үҙенең һөйкөмлө һөйәк булып донъяға яралыуында күрҙем, маһир әңгәмәсе булыуы ла, фәһемле фекерҙәре лә халыҡты һөйләшеүгә бәйләп ҡуйғандай итте. Бөгөн был яҙманы 15600-ҙән ашыу кеше ҡараны.


Йөрәктән-йөрәккә күпер һалына


Зинәйфә, Учалы районы:

– Һәр йәһәттән мөмкинлектәр киң заманда бөгөнгө кешегә аңлайышлы булһын өсөн музыка менән нисек эш итергә кәрәк?


– Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа йыр-моң яратҡан. Уларға булған оло ихтирам, мөхәббәт менән ошо эшкә тотондоҡ. Милләтебеҙҙең аҫыл кешеләренең фатихаһында булып, бөгөнгө заман кешеләренә, бигерәк тә йәштәргә, халҡыбыҙҙың боронғо рухи гәүһәрҙәрен еткерер өсөн яңы алымдар ҙа кәрәк. Бына ҡапыл килеп бөтәһен дә элеккесә итеп башҡарһаң, замана балаһы аңлап етмәүе лә ихтимал. Шуның өсөн ҡайһы бер элементтарҙы яйлап ҡына индереп ебәрәбеҙ, шунан икенсеһен көйгә һалабыҙ, өсөнсөһөн... Әйтәйек, батырҙар тураһында йыр булһа, уны регги стилендә башҡарһаң килешмәй. Һай-һай, тип, рок менән ғәййәрлекте, батырлыҡты һеңдерһәң, тап үҙе килеп сыға! Әгәр ҙә инде берәй тәбиғәт матурлыҡтары, Хоҙай Тәғәлә бүләк иткән хозурлыҡтары тураһында йырлайһың икән, лаундж, эмбиент стилендә башҡарһаң, отошлораҡ була! Һалмаҡ бейеүҙәр башҡарыр өсөн дабстеп, спидгараж стилдәрен ҡулланырға була. Бында моңдо тойоп, тамашасы күҙлегенән ҡарай белеү ҙә мөһим. Төрлө стилдәрҙә эшләргә, ижад итергә була, әммә төп фекер бит унда түгел, ә ниәттә! Ни өсөн башҡараһың һин быларҙың барыһын? Аҡса өсөнмө? Дан өсөндөр, бәлки? Шәхси ҡәнәғәтлек өсөнмө әллә?


Һәр кем үҙ маҡсатын үҙе билдәләй. Ә беҙҙең өсөн төп маҡсат – ул Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәре аша быуындар, быуаттар бәйләнешен булдырыу! Тарихыбыҙға, рухи яҙмалары­быҙ­ға милләттәштәребеҙҙең иғтибарын йүнәлтеү өсөн башҡарыла был эш. Был үҙенә күрә бер ҡапҡа асыу: шунда йәштәрҙе, әйҙәгеҙ, әйҙүк, инегеҙ, тип саҡырып индерәбеҙ! Төрлө йүнәлештәр менән халҡыбыҙ ижадына, “Урал”, “Сәлимәкәй” кеүек йырҙарҙы тыңларға өйрәтәбеҙ ҙә тутыҡҡан ҡаҙау менән ҡапҡаны шаҡылдатып ябып ҡуйһаҡ та була (көлә – авт.). Беҙҙең маҡсат – тарих менән бөгөнгө араһында күҙгә күренмәгән, йөрәктән-йөрәккә һуҙылған күпер һалыу. Иң боронғо көйҙәрҙе заманса стилгә һалыуҙың төп маҡсатын матур, ихлас ниәттә күрәбеҙ!

Башта йәштәрҙең иғтибарын йәлеп итер өсөн аң-зиһендәрен һелкетеп алаһың, аҙаҡ инде традицион башҡарыуға күсәһең.


Танышайыҡ әле, “Арғымаҡ”!


– Сәғүд Ғәрәбстанында нисек сығыш яһанығыҙ? Ниндәй йырҙар тәҡдим иттегеҙ?

– Сара биш көн барҙы, һәм һәр көнөндә беҙ төрлө стилдә сығыш яһап, халҡыбыҙ хаҡында мәғлүмәт бирергә тырыштыҡ. Бейеү, мода, күргәҙмәләр, ярыштар, музыка – бөтә яҡлап һәр халыҡ үҙенең оҫталығын күрһәтергә тырыша бит инде. Сараның программаһында былар барыһы ла яҙылған. Беҙ үҙебеҙҙең ҡурай менән боронғо көйҙәрҙе тәҡдим иттек, мөнәжәттәр әйттек, халыҡ йырҙарын алып сыҡтыҡ. Ә инде заманса стилдәргә килгәндә, уны аҙаҡҡа ҡалдырҙыҡ. Конкурсҡа өс төрлө костюм алып барҙыҡ. Ап-аҡ кейемдәр бар ине бит, шуларҙа халыҡсан программаны тәҡдим иттек. Тиреләрҙән тегелгән костюмдарҙа үҙенсәлекле, милли йырҙарҙы башҡарҙыҡ. Шунан йәштәрсә капюшонлы кейемдәр бар, шуның менән айырым заманса йәштәр өсөн сығыш яһаныҡ.


– Әйҙә, төркөмдән һәр егет менән танышып китәйек әле? Халыҡ геройҙарын белергә тейеш!


– Алик һәм Эмиль Гәрәевтәрҙең атаһы ла, әсәһе лә – сәнғәт кешеләре. Ағаһы “минең ҡустым һуҡма ҡоралдарҙа уйнай” тип алып килде, һәм бына ошо көндән алып беҙ бергә. Улар оркестрҙа уйнағанды күреп үҫкән. Һуҡма ҡоралдарҙа уйнарға кеше табылғас, Алик клавишалы ҡоралдарҙа уйнауға күсте. Эмиль – беҙҙең тауыш режиссеры. 2009 йылда хәрәкәтебеҙ башланғайны бит инде, шунан алып бергә эшләп киләбеҙ. Милли йәштәр театры артисы Зөлфәр Әхмәтов менән төркөмгә исем һайланыҡ. “Арғымаҡ” тип атаныҡ уны, Мәрйәм Бураҡаеваның китабын күреп. Марсель Әмекәсев беҙҙә гитарала уйнай ине, бөгөн ул – филармонияла тауыш режиссеры. Раил Мөрсәлимов һәм Раил Аллаяров, үҙҙәре баянсы булһалар ҙа, тәүге йылдарҙа һуҡма ҡоралдарҙа һәм бас-гитарала уйнанылар. Шулай итеп, төрлө-төрлө кешеләр алмашына торғас, 2011 йылда бөтә нәмә 180 градусҡа боролоп, үҙгәрҙе лә ҡуйҙы.


Аликтың курсташы Айрат Нәзиров гитараһы менән беҙгә ҡушылды. Элек гитарасы-думбырасы ине, хәҙер думбырасы-гитарасы. Башта бик иҫе лә китмәй ине думбыраға, хәҙер уны ошо музыка ҡоралынан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Радмир Исмәғилев менән электән таныш инек, ул битбокс менән шөғөлләнә торғайны. Әрмелә йөрөп ҡайтҡас, бер репетицияны килеп ҡараны. Беҙҙең барабансы етешмәй ине, коллективҡа инде лә китте. Башта бас-гитарала шулай уҡ Аликтың курсташы Айрат Кирәев уйнай торғайны. Аҙаҡ ул прокат ут һәм тауыш менән шөғөлләнә башланы. Бөгөн инде бас-гитараға Артур исемле Мәләүез егете килде. Шулай уҡ беренсе составта Эльвина Ҡәйүпова исемле йырсы ҡыҙыҡай бар ине. “Балҡантау”ға клип төшөргәндә, ҡобайырҙа уның тауышы яңғырай. Аяз Нухев ҡылҡубыҙҙа уйнай торғайны. Бөгөн ул “Ятаған” төркөмө составында уңышлы сығыш яһай. Камил Шахмөхәмәтов һуҡма ҡоралдарҙа уйнаны, ул бөгөн “Сплеш” тигән шоу-проект ойоштороп үҙаллы уңышлы эшләп йөрөй. Кәрәк саҡтарҙа, беҙ улар менән ҡушылып ҙур сығыштар яһайбыҙ. Аҙаҡ беҙгә һуҡма ҡоралдар менән Семен тигән егет килде. Әйткәндәй, эште башлап ебәргәндә, бөтә ауырлыҡтар ошо составҡа тура килде. Айрат Кирәев, Камил Шахмөхәмәтов, Зөлфәр Әхмәтов, Марсель Әмекәсов бөгөн үҙаллы эшләй, әммә улар төркөмгә ҙур өлөш индерҙе, беҙ уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Сәғүд Ғәрәбста­нында беҙ Камилдың “Сплеш” проекты менән йөрөп ҡайттыҡ, Аллаға шөкөр!

Шәүрә Йомағужина беҙҙең концерт директоры булды һәм Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ла бергә эшләнек. Уны хатта беҙ, шаяртып, үҙ-ара “серый кардинал” тип тә йөрөттөк, сөнки һәр сараны алдан уйлап, матур итеп ойоштора белде. Административ эштәрҙе лә бик оҫта алып барҙы. Айһылыу Байғусҡарова, Екатерина Рафай Хөкүмәт кимәлендәге концерттарҙы, сараларҙы ойошторорға ярҙам итте. Ошолай бергә матур итеп эшләп йөрөйбөҙ!

Рәйфә Ғимаева, Өфө:

– Баш мөхәррир урынында ултырыу нисек? Оҡшаймы?

– Образға керә башланым (көлә – авт. ).


“Кәрәк икән, бейеп тә китәм!”


Алина Әхмәтшина:

– Хәйерле иртә! Сит илдәрҙә беҙҙең халыҡҡа ҡарата ихтирам, һоҡланыу тойоламы? Башҡорттар менән бәйле иң ҡыҙыҡ ниндәй һорау биргәндәре бар?

– “Әәә? Нимә? Баш-баш-баш... Ҡаҙағс­тан? Ҡырғыҙстан?” Бына ошондай аптыраулы ҡараш ташлағандар ҙа бар. “Башкурдистан” тип ғәжәпләнеп, төрөктәр бер мәл ҡаштарын йыйыра ине. Уларҙың ҡурдтарға мөнәсәбәте үҙенсәлекле. Донъя кимәлендә башҡорттарҙы бигүк белеп бөтмәйҙәр, әммә Уралды, Урал тауҙарын беләләр. Инглиз телендә һөйләй башлайбыҙ Урал тураһында, шунан яйлап кешеләр төшөнә башлай. Төрки халыҡтарға аңлатыуы әллә ни ауыр түгел, улар беҙҙе белә. Ҡурай, оҙон көй, матур ихлас бейеүҙәр буйынса таныйҙар. Беҙҙең бейеүсе юҡ бит инде, шуға, кәрәкһә, үҙем дә бейеп ебәрәм!


– Ысынмы?

– Эйе. Аллаға шөкөр, беҙ халҡыбыҙҙы танытып йөрөйбөҙ, хәҙер таный башланылар. Мексикала Бөтә донъя фольклориада үткәйне бит, унда Мәҙәниәт министрлығы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы, Ф. Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән бергә барғайныҡ. Шунда беҙҙең сығышты шул тиклем иҫтәрендә ҡалдырғандар, матур ҡабул иттеләр, аҙаҡ артыбыҙҙан йөрөп, биш-алты тапҡыр ҡараған кешеләр булды. Аллаһ Тәғәләгә бының өсөн рәхмәт әйтәбеҙ, халҡыбыҙ тура­һында әйтергә мөмкинлек бирҙе, кешеләрҙең йөрәктәренә үтеп инә алдыҡ. Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороусы халыҡ-ара советтың Генераль Ассам­блеяһы (CIOFF) вәкилдәре беҙҙе ҡайҙа ғына күрһә лә аҙаҡ: “Беҙ һеҙҙе хәтерләйбеҙ!” – тип ҡурайҙа уйнаған булып күрһәтеп, яҡшы мөнәсәбәттәрен раҫланы. Унда беҙ, Мексика көйҙәрен дә ҡурайҙа уйнап, йыйылған халыҡтың иғтибарын яуланыҡ, хәҙер ҡурайҙы, өзләүҙе, бейеүҙе, башҡорт халыҡ йырын беләләр. Гөлнара Вәлиева исемле шәп йырсы ҡыҙыбыҙ ҙа барғайны. Бына ошо рәүешле ҡайҙа булһаҡ та милләтебеҙ хаҡында халыҡҡа еткереп йөрөйбөҙ. Ҡаҙағстан менән Ҡырғыҙстанды әйтеп тә тормайым, унда беҙ хатта бындағыға ҡарағанда ла популярыраҡ шикелле (көлә – авт.). Халыҡ мираҫы милләтебеҙ хаҡында барыһын да сағылдыра. Рәми ағай әйткән бит: “Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ!” Бына шул һүҙҙәргә тоғро ҡалып эшләргә тырышабыҙ!

– Әйҙә уйнап ебәр, туғаным!

(Ҡурайҙа “Урал”ды тыңлайбыҙ).


Этномәҙәниәт, этнотуризм!


Мөхәммәт Бағышаев, Өфө:

– Мин һеҙҙе, ижадығыҙҙы күптән күҙәтеп барам. Һуңғы еңеүегеҙ менән ҡотлайым, бик күп эш башҡараһығыҙ! Башҡорт милләте менән сит илдәрҙе таныштыра­һығыҙ, афарин, егеттәр! Киләсәктә лә ошо юлығыҙҙан тайпылмағыҙ!

Һорауым да бар: башҡорттарҙың үҙ йолалары, үҙ традициялары. Халҡыбыҙ хаҡында эшмәкәр­лекте киңәйтеү өсөн йыр-моң менән генә сикләнмәй, артабан тағы нимәләр эшләргә була? Беҙ бит шундай бай тарихлы, ҡеүәтле халыҡ!


– Был борсолоуҙар миндә лә йәшәй, сөнки ваҡыт тиҙ үтә, ә беҙҙең башҡараһы эштәребеҙ бик күп әле. Беҙ үҙебеҙсә яйлап һәр яҡлап эш алып барырға тырышабыҙ, бына ошондай уйланыуҙар аҙыраҡ булһын өсөн, беҙгә хәрәкәт итергә кәрәк: ике ҡуллап, ике аяҡлап, бер баш менән (көлә – авт.). Хәрәкәттә – бәрәкәт. Беҙ музыка йүнәлешендә эшләгәс, башта Мәҙәниәт министрлығы һәм Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы менән “Евразия йөрәге” тигән эксперименталь фестиваль ойошторғайныҡ. Ә бит этномузыка тигән йүнәлеш һуңғы йылдарҙа күтәрелде, хәҙер бөтә донъя быға ҙур иғтибар бүлә. Беҙҙә Роберт ағай Юлдашев башлап ебәрҙе уны, беҙ ҡушылып киттек. Эш башлаған саҡта мин башҡаларға ла йыш ҡына: “Егеттәр, бына ошо йүнәлеште күтәрәйек! Эшләгеҙ!” – тип саҡыра торғайным. Аллаға шөкөр, бына хәҙер был йүнәлештә эшләүселәр арта бара. “Заман”, “Ятаған” төркөмдәре барлыҡҡа килде, беҙҙең менән эшләп йөрөгән Катя Ямщикова үҙенең төркөмөн булдырҙы. Зәйнетдин уңышлы сығыш яһай. Әгәр башлаған мәлдә сығыш яһарға теләһәк, Роберт ағай менән беҙ генә эшләй алмаҫ инек, сит илдәрҙән күберәк башҡарыусылар саҡырырға кәрәк булыр ине. Ә тора-бара төркөмдәр артҡас, фестивалде үҙ республикабыҙ башҡарыусылары менән эшләү мөмкинлеге тыуҙы. Ойоштороуға бүленгән аҡсалар ситкә китмәһен, эске шоу-баҙар булдырыр өсөн ситтән бер-ике генә төркөм саҡырылды. Гонорар түләп, ситтән дә кеше йәлеп итергә була ул, әммә аҡса ҡырға китәсәк. Халыҡ-ара кимәл бирер өсөн, үҙебеҙҙең таныш музыканттарҙы, беҙҙе ихтирам иткән бүрәт, ҡаҙаҡ, яҡут төркөмдәрен саҡырҙыҡ. Бөгөн “Евразия йөрәге” биш көнлөк ҙур фестивалгә әйләнеп китте, унда оркестрҙар, төрлө симфоник төн кеүек саралар ҙа үтә хәҙер. Фес­тиваль республиканың брэндына әйләнде.

Киләсәктә ул тағы ла үҫер, тип уйлайым. Ваҡиғалы туризмды дөрөҫ итеп ҡулланғанда, бына ошо сараларҙың бөтәһен дә берләштерергә була. Башҡортостандың матур тәбиғәтен, йолаларын күрһәтер өсөн, бөтә түләү хаҡ­тарын да сметаға индерергә мөмкин. Мәҫәлән, кемдәрҙер һыра эсереп сара үткәрә, немецтарҙы әйтәм, беҙҙә ҡымыҙ эсерә торған байрамдар ойошторорға мөмкин. “Мыстар” тигән ҡымыҙ-фесты беҙ Шәүрә Йомағужина менән Йөрәктауҙа, Баймаҡта үткәрҙек. Ауыл хужалығын үҫтереү менән бергә милли йолалар, милли моңдар тәҡдим ителә бит инде халыҡҡа.

Йәнә лә Салауат Юлаевтың тыуған һәм яндырылған ауылы нигеҙендәге таштирмәгә батырыбыҙҙы иҫкә алыр таш килтереп ултырттыҡ. Ул урын Рәсәйҙең эске турист маршруттарына инеп китте. Туризм комитеты менән берлектә “Йәшел маршрут” булдырҙыҡ: йәғни 70 процентында – тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныштырыу, 30 процентында изге урындарға сәйәхәт ҡылыу ҡаралған. Нарыҫтау, Әүештау, Әүлиәләр ерләнгән ерҙәр ҙә инеп китте был маршрутҡа. Музыка йүнәлеше менән генә түгел, ә туризм менән дә шөғөлләнәбеҙ.

“Мәргән уҡсылар” ҙа барлыҡҡа килде республика­быҙҙа. Бик матур хәрәкәт башланы егеттәр! Улар ҙа сараларҙа, халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдәрҙә күп ҡатнаша. Ҡырғыҙстанда Баймаҡ егеттәре “Француздар­ҙы еңгәндә!” тип еңеп ҡайтты! Ипподромда беҙ “Байыҡ”ты йырлап торғанда, улар шул арала француздарға ике гол индерҙе һәм еңде!

Хәрәкәт юҡ тип әйтеп булмай, бар ул, һәр төбәктә уңған егет-ҡыҙҙарыбыҙ бар, уларҙы ла йәлеп итеп, киң йәйелдереп ебәрергә кәрәк ошондай милләтте үҫтерә, нығыта торған сараларҙы.


Ҡайһы бер егеттәр эскегә ҡаршы көрәшеп йөрөй. Эйе, ул да кәрәк, әммә файҙаһы булырмы икән? Эскелек менән ике төрлө көрәшергә була: мөмкин төрлө рухи, мәҙәни, туризм, уҡсылар, IT технология саралары, төрлө фестивалдәр, форумдар ойоштороп, дәүләт менән бергә был эштәрҙе атҡарырға, йәғни йәштәрҙе, балаларҙы ошондай байрамдарға йәлеп итергә. Икенсе юл – ул араҡының үҙе менән көрәшеү. Быныһы һөҙөмтә бирерме икән? Эсәм тигән кеше одеколонмы, тәҙрә таҙартҡысмы, техник спиртмы – нимә лә булһа табып эсәсәк. Хатта аҙаҡ кире һөҙөмтә биреүе ихтимал бындай ысул менән көрәшеү. Кешеләрҙе төрлө сараларҙа эскенән иғтибарын икенсе нәмәгә йәлеп итеү зарур. Ыңғай хәрәкәт барырға тейеш. Эшләргә кәрәк. Рәсми рәүештә иҫерткес эсемлектәр һатыусылар менән дәүләт кимәлендә көрәшһәк, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Ә былай беҙ уларға юлды ғына таҙартабыҙ.


– Эйе, кешеләргә эш кәрәк. Башҡортос­танда эш юҡ тип әйтә алабыҙмы?

– Әлбиттә, мәсьәлә бар, ләкин эш юҡ тигән һайын, ул булмаясаҡ. Эшләһәң, эш бар, бөтөнләй эш юҡ тип әйтеү килешмәй тип уйлайым. Ауылда эш юҡ, тиһәләр, аптырап ҡалам. Ауылда нисек эш булмаһын инде ул? Дуҫ егет өс мең дана миндек эшләп, ҡала мунсаларына, сауналарға алып килеп тапшырып, 200-300 мең һум аҡса эшләне. Аҙмы ни ул? Аяҡ аҫтында ятмай! Ҡыбырларға кәрәк. Төрлө кооперативтарға ойошоп, кешеләрҙе лә эшләтеп, етештергән тауарыңды бында алып килеп һатып, эшҡыуарлыҡ зәҡәттәрен арттырып ебәрһендәр ине. Иманлы тормош ҡороп хәләл эш менән шөғөлләнеп, матур йәшәргә тырышыу зарур! Диндә лә дөрөҫ йүнәлештә эшләргә кәрәк! Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ иманлы һәм берҙәм булған. Улар Зәйнулла ишан, Ғабдулла Сәйеди ишан, Ғатаулла ишан һ.б әүлиәләребеҙ юлын тотҡан. Донъя, Рәсәй кимәлендә Зәйнулла ишанға арналған саралар халыҡ-ара кимәлдәге конференциялар менән билдәләнә! Ошо юлда булһаҡ, эшебеҙ ҙә уңыр!


Лилиә Ҡаһарманова:

– Һаумыһығыҙ! Ни өсөн тап этно-рок жанрында йырларға булдығыҙ?

– Башланғанда ғына беҙ этно-рок инек, хәҙер бөтә йүнәлештәрҙә лә эшләйбеҙ, йәғни заманса мейнстрим! Бөгөнгө заманда нимә иң ныҡ популяр, стилле, модала – былар барыһы ла “Арғымаҡ”! Хәҙер балалар беҙҙе ҡайҙан эҙләп таба ала, беҙ шунда барабыҙ, шул телдә һөйләшәбеҙ, уларға аңлайышлы ысул менән милли йоланы, моңдо һеңдерәбеҙ!


Америка һәм Европа йоғонтоһо аҫтында булған балаларға тота килеп ҡурайҙа уйнай башлаһаң, улар ихлас тыңлаймы? Уларға нимә ҡыҙыҡлы, башта шул хаҡта һөйләшеп башлайһың да, аҙаҡ инде улар кеҫәңә кереп ултырғас, елле генә итеп үҙеңдең әйтергә теләгәнеңде еткереп ҡуяһың. Сәхнәгә сыҡҡас, беҙҙең ни бары бер-ике генә минут ваҡыт бар, шул арала иғтибарҙарын йәлеп итеп өлгөрмәһәң, бөттө. Ә инде уларға аңлайышлы тел менән һөйләшә башлап, үҙеңдекенә күскәнде улар һиҙмәй ҙә ҡала. Быны эшләргә, йәштәребеҙҙе, балаларҙы үҙебеҙҙең милли асылда тәрбиәләргә кәрәк! Башта шаҡы-шоҡо булһа ла, аҙаҡ Урал батыр, Зәки Вәлиди, Зәйнулла ишан, Шайморатов генерал тураһында һөйләйбеҙ!


Гөлшат Юланова:

– Артабан да уңыштар теләйбеҙ. Ғаилә бәхете һеҙгә. Беҙҙең ҡалала хәйриә концерты күрһәтеп ҡыуандырғайнығыҙ, Аллаһ Тәғәлә һеҙҙе лә ҙурлаған, собханаллаһ!

– Рәхмәт!


Яңы тыуған бала тыңлай йырҙы, аҡһаҡалдар бирә фатиха


Айбулат Сәсәнбаев:

– Сәғүд Ғәрәбстанында яулаған еңеүегеҙ менән ҡотлайым! Тағы ниндәй фестивалдәр көтөлә?

– Әле бына “Себер донъяһы” тигән фестивалдән шылтыраталар, Байкал күле буйҙарынан. Ҡаҙаҡтарҙың киңәйтелгән фестиваленә йыйынабыҙ. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан Һамар өлкәһендә уҙған сараларҙа ҡатнаштыҡ, Ҡазандан башҡорт ҡоролтайынан ҡайттыҡ, республика буйынса ла бик күп байрамдар ҡаралған. Башҡорт балалар баҡсаларында сығыш яһайбыҙ. Йылына 70-ләп мәктәптә булабыҙ. Берәй ергә гастролгә сығабыҙ икән, балалар алдында сығыш яһауҙы маҡсат итеп ҡуябыҙ.


– “Арғымаҡ”тың аудиторияһы киң – яңы тыуғандан алып аҡһаҡалдарға тиклем?

– Нуль плюс! (Көлә – авт.)


– Көнөнә өсәр-дүртәр концерт биргән “Арғымаҡ” ҡайҙан көс ала?


– Аллаһ Тәғәлә көс бирә ул. Тамырҙарыбыҙҙа, ата-бабаларыбыҙҙың ҡеүәтендә – беҙҙең көс.


– Намаҙҙа икәнеңде лә беләм. Юлда туҡтап, намаҙ ваҡыты етһә, шул урында ергә башыңды терәп уҡып киткәнеңде лә күргәнем бар. Биш намаҙға ваҡыт та табырға кәрәк бит?


– Бер йәнһүрәт бар бит әле: “Маловато будет, маловато будет!” – ти герой. Кеше әгәр Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен тоя башлаһа, уға уныһы ла аҙ була. Ике рәҡәғәт намаҙҙан башлап, шуның бәрәкәтен күрһә, әҙәм балаһы үҙенән-үҙе ошо юлға ынтылып торасаҡ. Бәрәкәттәр килә, юлдар асыла башлаһа, атам, тиһәләр ҙә, кеше был юлдан, намаҙҙан баш тартмаясаҡ! Аллаһ Тәғәләнең хозурында йәшәргә яҙһын!


Наилә Латипова:

– Башҡортостандан ситтә йөрөгәндә үҙебеҙҙең милли аштарҙы һағынаһығыҙ­мы?

– Әлбиттә, беренсе көндөң беренсе сәғәтендә үк. Юлға алабыҙ үҙебеҙҙең милли ризыҡтарҙы. Сәй яратабыҙ. Ҡайһы саҡ үҙебеҙ ҙә бешереп алабыҙ. Саҡырған ерҙә һорашып, һурпалы, хәләл ризыҡтар әҙерләргә тырышалар. Сәғүд Ғәрәбстанында ул яҡлап уңайлы булды.


Рәмзилә Солтанова:

– Һеҙҙең кеүек егеттәргә “Афарин!” тибеҙ. Ҡайһы яҡтарҙа һеҙҙе айырыуса йылы ҡаршы алалар?

– Аллаға шөкөр, һәр ерҙә яҡшы ҡаршы алалар. Беҙҙең башҡорт көйҙәре, моңдары бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Француз, мексикан, сыуаш, ҡаҙаҡ, немец – кем булһа ла, йырҙарыбыҙ башҡаларҙың йөрәгенә барып етә.

Генетика ғалимдары бөгөн асыштар яһай, һәр халыҡтың үҙ генетик коды – ДНК бар. Шул код хәрефтәр менән яҙыла, Мәҫәлән, R1b һәм башҡалар. Шул һәр бер молекула ДНК-ның үҙенең тирбәлеш диапазоны бар, ошо частоталарҙы кешенең һөйләшкән киллогерц диапазонына күсерһәк, һәр бер молекула ДНК-ның хәрефтәрен ноталар шикелле тирбәлештәре буйынса тергеҙһәк көй килеп сыға. Һәр бер халыҡтың үҙ моңо, хатта һәр бер кешенең үҙ көйө, үҙ моңо була. Үҙеңә генә хас моң һинең асылыңды билдәләй. Ҡурай – беҙҙең халҡыбыҙҙың асылын асҡан моң. Ул кешенең аңына, күңеленә дөрөҫ вибрация йүнәлтә. Америка һәм Европа ғалимдары ошо ДНК-ларҙың моңон ҡулланып, уларҙың көйөн емерә торған кодтар ҡулланырға өйрәнде. Трансген ярҙамында улар молекуляр, мутациялы көй яҙалар, уны көй тип тә әйтеп булмай инде, ә хаус. Әгәр ҙә моң дөрөҫ икән, кеше уны ыңғай ҡабул итә. Әгәр ҙә ген кимәлендә боҙолған көй икән, унан икенсе – кешене эстән емерә торған вибрациялар килә.


Хоҙай Тәғәлә беҙҙе халыҡтар итеп яратҡан, һәр бер халыҡтың үҙ моңо бар. Ана шул моң боронғо халыҡтарҙың телендә, көйөндә һаҡланған. Иғтибар итһәк, боронғо һүҙҙәрҙе көйләп әйтеү йолаһы бар. Мантралар, ведалар, хоралдар, беҙҙең Ҡөрьән дә көйләп уҡыла. Ҡурай ул нимә? Ул – Аллаһ Тәғәлә халҡыбыҙға биргән бар матурлыҡты – тауҙарыбыҙ, урмандарыбыҙ, батырҙарыбыҙ, шәхестәребеҙ, әүлиәләребеҙ, тәбиғәтебеҙ, Уралыбыҙ хаҡында әйтәһе һүҙҙе үҙенә һыйҙырған моң эйәһе. Салауат Юлаев нимә тип яҙа: “Һүҙем бөтһә лә телемдә, йырым бөтмәне, Уралым!” Тимәк, әйтәһе һүҙҙәреңә һыйып бөтмәгәнде ҡурай моңо аша әйтеү ул Аллаһ Тәғәләне ҙурлау була. Уны зекер тиҙәр.

Зекер беҙҙең моңдарыбыҙҙа. Шул моңдар кешеләргә барып еткәндә, уларҙың йөрәктәре асылып китә, зиһендәре һиҫкәнеп китә – уларҙың Аллаһ Тәғәләгә ант иткән көндәре, әлмисаҡ иҫтәренә төшә. Шул ваҡытта кеше уянып китә! Боронғо башҡорт бейеүендә лә шул уҡ нәмә һаҡланып килә. Сәғүд Ғәрәбстанында ғәрәптәр хисләнеп бейеп йөрөнө хатта. Аллаһ Тәғәлә беҙҙән шөкөр итеүҙе, мәрхәмәт­лек кенә көтәлер, шундай бай тарихыбыҙ, милли хазиналарыбыҙ өсөн рәхмәтле булып йәшәйек!


Рәзилә Вәғизова, Шишмә районы:

– Ун йыллыҡ юбилей уңайынан ойошторолған концертығыҙҙа “Урал” көйөн уйнар алдынан “Урал нәбиебеҙ” тип һөйләп киттегеҙ. Кем ул нәби?

– Аллаһ Тәғәлә ергә 124 меңдән ашыу пәйғәмбәрен ебәргән. Улар кешеләргә халыҡ булып ойошорға, йола булдырырға ярҙам иткән. “Ибраһим” сүрәһендә “беҙ һеҙгә рәсүлдәрҙе үҙ халҡына үҙ телендә аңлатһын тип ебәрҙек” тиелә. Халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосында был хаҡта әйтелә. Урал батырҙан беҙгә бөйөк һүҙ ҡалған! Аллаһ Тәғәлә һүҙен еткергән кеше була ул нәби!


“Атам һүҙен тотамын, йоланы мин боҙмамын”, – ти Урал батыр. Ата-әсәһен хөрмәт иткән, йолаһын тотҡан кеше генә Урал батыр юлынан бара. Ошо йоланы боҙған кеше Шүлгән юлынан китә. Урал батыр яраланған килеш Йәншишмәнең һыуын үҙе эсмәйенсә, тәбиғәткә бөркә! Мәңгелек ғүмерҙең был донъяға кәрәкмәгәнлеген һәм үҙ нәфсеһенән юғары кимәлдә булғанын күрһәтә Урал батыр. “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ”, тип мәңгелеккә ирешеү юлын күрһәтеп китә беҙгә. Үҙенең нәбиҙәрен онотҡан халыҡтар юҡҡа сыҡҡан. Ә беҙҙең милләтебеҙ Урал батыр һүҙенә тоғро ҡалып, ихласлыҡта булып, ислам дине килеү менән, уны ихлас үҙ ирке менән ҡабул итә. Сөнки күңеле һәм мәңгелек аңы менән быға әҙер була. Аллаға шөкөр, Аллаһ Тәғәлә ебәргән дингә һәм яҙмаларға тоғро булып, бөгөн дә йәшәп килә, үҙ юлынан бара!


Инсаф Хужабиргәнов:

– Күптән түгел яңы йүнәлештә лә йырлай башланығыҙ. Башҡа жанрҙарҙа ижад итеүегеҙҙе халыҡ нисек ҡабул итте?

– Халыҡ яҡшы ҡабул итте. Инстаграмда – меңәрләгән комментарий. Йәштәр ҡыҙыҡлы фекерҙәрен яҙа, ҡабул итеүҙәрен төрлө хис-тойғо аша белдерә. Ололар аптырап та киткән кеүек, шулай ҙа була икән, тип тә уйлайҙарҙыр, әммә сығыш яһар алдынан беҙ уларға ла аңлатып китәбеҙ.


Төрлө стилдә йырларға була, ә бына һүҙҙәрҙең мәғәнәһе булырға тейеш. Беҙ кинәйәле фекерҙәрҙе халыҡҡа еткерәбеҙ!


– Ололар ни республиканың 100 йыллығына арналған концерттан һуң “Бейе, бейе, Рәхилә” тип әйтәләрҙер инде?!


– Ололар ҙа хәҙер аңлай. Бында бит артығын да ебәрергә ярамай. Яйлап ҡына халыҡ күңеленә һеңерлек итеп эшләү зарур.


Шаҡы-шоҡо нимәгә кәрәк?


Динә Солтанова:

– Һаумыһығыҙ! Төркөм төҙөлгәнгә тиклем һәр берегеҙ ниндәйҙер икенсе юлдан китермен тип уйлап йөрөгәндер, ниндәйҙер икенсе теләк-маҡсат­тар менән йәшәгәндер. Төркөм нисегерәк уртаҡ маҡсатҡа килде? Уның формалашыуында һәм үҫешендә кемдәр ниндәй ярҙам күрһәтте? Икенсе һорау: үҙегеҙ ниндәй йырҙар тыңлайһығыҙ?

– Бәләкәй саҡта миңә өләсәйем – Сәлимә Сафиулла ҡыҙы – бер доға өйрәтте: “Раббана атина фиддунья хәсәнәтән үә фил әхирәти ахырати хәсәнәти үә ҡиннәр ғазабинар”. Ошо һүҙҙәрҙе мин һәр саҡ ҡабатлап йөрөнөм, улар ярҙамында имтихандарымды биреп сыҡтым. Юлда машиналар туҡтата торғайным. Ятларға шиғыр бирһәләр, шуны тәнәфес ваҡытында ятлап өлгөрә торғайным. Имтиханға бер билетҡа әҙерләнәм, тап шул эләгә торғайны. Доға көсө был!


Өләсәйем ғүмеренең һуңғы йылдарында күҙҙәре күрмәй ултырҙы. Уға доға уҡытырға киләләр ине, шунда мин дә килеп: “Амин!” – тип китһәм, ихлас ҡыуаныр ине. Тауышымды яратты. Бына ошо өләсәйемдең доғалары, фатихаһы менән йөрөгәнмендер, тим. Төркөм ойоштороп ебәреү хаҡында һөйләнем бит инде. Ихлас егеттәр килде. Беҙ кем инде? Ябай кешеләр. Ана шул Күктә ата-бабалар хәл иткәндер, кәрәк саҡта ҡолаҡтан бороп, дөрөҫ юлға – Зәйнулла ишан, тәриҡәт юлына баҫтырып, ошо эш менән шөғөлләнеп киттек.


Рәмилә:

– Һеҙгә халыҡ көс бирә, тип уйлайым!

– Эйе, шулай. Аралашҡан һайын күңел байый. Рух үҫә!


Ләйсән Исҡужина:

– Сит халыҡтар музыкаһынан һеҙҙең күңел ҡылдарын ҡайһылары сиртергә һәләтле?

– Көйҙәрендә боронғо ауаздар һаҡланып килгән моңдар беҙҙең дә күңелебеҙгә үҙ! Япондарҙың хисле генә әҫәрҙәре, төрөктәрҙең матур бөгөлдәре, ҡырғыҙҙарҙың моңло көйҙәре бар. Үҙебеҙҙең көйҙәребеҙгә етмәй инде!


Айгөл Йәмилева (видеотрансляцияны алып барыусы):

– Дин моңдо, музыканы тыя, һүрәт төшөрөргә ярамай, ти. Һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?

– Шулай тип уйлағандар – шайтандың бер ҡоралы. Ваххабизм, салафизм арҡаһында Чечня, Дағстан, Сүриә, Ливия, хатта Яңы Зеландияла ана ниндәй хәлдәр килеп сыҡты. Беҙҙә лә ундай юлда йөрөүселәр бар. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм моңон да тыңлаған, доғаларҙы ла көйләп уҡыған. Һандуғас та моңланып таң ҡаршылай. Нимә хәҙер уны ла тыйып ҡуяйыҡмы? Ә бит улар Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт әйтеп, зекер әйтеп ултыра. Моңдо, сәнғәтте тыйыусылар – улар бар кешелеккә, кешенең асылына ҡаршы заттар!


Рәмилә апай:

– Ҡарап-ҡарап ултырам да артығыҙҙа торған Зәки Вәлиди менән уртаҡ һыҙаттарҙы күрәм!..

– Рәхмәт. Хәҙер бер хикмәт һөйләйем. Әлеге конкурсҡа барыр алдынан Төркиә аша остоҡ, Зәки олатайҙың ҡәберенә барып, доға ҡылып китергә кәрәк ине, өлгөрәмме-юҡмы, тип уйлап торам. Бер мәл ҡараһам, ҡурайҙар тупланмаһын Башҡортостанда онотоп киткәнмен. Шул саҡ хәлде аңлатып, “Башкиры за рубежом” төркөмөнә яҙҙым. Шунда Азат исемле ағай Зәки Вәлиди ерләнгән Ҡара Әхмәт зыяраты эргәһендә йәшәүен һәм ҡурайы барлығын яҙҙы. Илай яҙҙым. Киттем. Барһам, ул миңә тотош ҡурай тупланмаһын алып килгән. Бер генә төрө етмәй ине. Бына шулай. Төркиәгә барғас та, Зәки Вәлиди олатай, беҙгә үҙе хаҡында хәбәр еткереп, саҡырып алды. Беҙ уға зыярат ҡылып, доға уҡып, конкурсҡа юлландыҡ. Беҙ доғаларыбыҙҙы: “Аллаһ Тәғәлә, ҡатмарлы заманда халҡыбыҙ, йәштәребеҙ өсөн кәрәк был еңеү! Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығына Еңеү бир!” – тип һораныҡ. Беҙ кем инде, ана шул ата-бабаларыбыҙ рухы беҙгә ярҙам итте! Аллаһ Тәғәлә уларҙың доғаһы аша ниәтебеҙҙе ҡабул итте!


– Ҡайһы берәүҙәр “Аллаһ Тәғәлә менән аралашыу өсөн миңә уртаҡ кеше кәрәкмәй” тип яҙа. Ә бит остаз кәрәк! Остазы булмағандың остазы шайтан булыр, тиҙәр бит!

– Остаз кәрәкмәгәс, ниңә Мөхәммәт ғәләйһиссәләмде ебәргән Аллаһ Тәғәлә? Ул кем? Ни өсөн беҙ Ҡәғбәтуллаға ҡарап намаҙ уҡыйбыҙ? Салауат әйтеү ҙә Ҡөрьәндә яҙылған бит. Башҡорт халҡында борон шундай һорауҙар йәшәгән: “Һин ниндәй һыу эсәһең?”, “Остазың кем?” Былар бит борондан килгән һорау ғына түгел, ә йола! Кем-кем, был тормошта уҡытыусы кәрәк. Интернетҡа сығам тиһәң дә, һиңә вайфай-роутер кәрәк. Ана шул вайфай-роутерҙар улар – остаздар. Бушҡа тараталар мәғлүмәтте, бары тик Аллаһ Тәғәләгә рәхмәтле булырға ғына кәрәк!
Читайте нас