26 апрелдә, 16.00 сәғәттә күңелендә халҡы өсөн эшләргә рухы, дәрте, һәләте булған милләттәштәрҙе Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһына, Өфө ҡалаһы Совет районы ҡоролтайына саҡыралар.
Сара алдынан фойела халыҡ ижады өлгөләре күргәҙмәһе, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ. Өсөнсө ҡатта этно-күргәҙмә урынлашасаҡ. Бында ҡунаҡтарға милли аш-һыу һәм этностилдә етештерелгән кәрәк-яраҡ тәҡдим ителәсәк. "Төнъяҡ амурҙары" клубы ысын башҡорт уҡ-һаҙағы менән таныштырасаҡ, фотозонала милли кейемдә фотоға төшөү мөмкинлеге буласаҡ.
Ҡоролтай делегаттары һәм ҡунаҡтары өсөн табип мөйөшө эшләйәсәк, унда һәр кем ҡан баҫымын, шәкәр кимәлен, буйын, ауырлығын үлсәтә аласаҡ. Шулай уҡ төрлө һорауҙар буйынса бушлай юрист кәңәштәрен алыу мөмкинлеге буласаҡ.
Байрамға милли кейемдә килеү хуплана. Барлыҡ һорауҙар менән 8 347 287-23-00 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә була.
#советрайоныҡоролтайы #курултай#советскийрайонуфы
Фото Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәтенең “Бәйләнештә” селәтәрендәге рәсми төркөмөнән алынды