“Башгидрометүҙәк” мәғлүмәттәренә ярашлы, 26 апрелдә республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә.
Ел төньяҡ-көнбайыштан көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 1 градус һалҡындан 4 градусҡа тиклем йылы, урыны менән минус 7 градусҡа тиклем, көндөҙ иһә 8-13 градус йылы була.
27 апрелдә һауа торошонда әллә ни үҙгәреш көтөлмәй.