Әлеге мәлдә Илеш районының Иҫке Күктау ауылының мәҙәниәт йортонда "Быуаттар ауазы – шиғри юлдарҙа" тип аталған Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған район уҡыусыларының шиғыр һөйләү конкурсы башланып тора.
Уны район башҡорттары ҡоролтайы, мәғариф бүлеге ойошторған.
Конкурс алдынан "Арғымаҡ" төркөмө сығыш яһаны. Сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Лариса Абдуллина баһалама ағзалары булараҡ ҡатнаша.
Конкурста 27 бала башҡорт шағирҙарының шиғырын яттан һөйләйәсәк.