Бөгөн Учалыла “Берҙәм Рәсәй”ҙән Башҡортостан Башлығына алдан һайлауҙа ҡатнашып, артабан партия тарафынан күрһәтеләсәк кандидаттар, партияның урындағы һәм беренсел бүлексәләре секретарҙары менән осрашыу булды.
Сарала өс йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Борис Беляев, “Рәсәй терәге”нең төбәк бүлексәһе етәксеһе Ләйсән Николаева үҙҙәренең тормош, хеҙмәт биографияһы тураһында һөйләне, республиканы үҫтереү буйынса тәҡдимдәрен еткерҙе, программаларын тәҡдим итте, һорауҙарға яуап бирҙе. Төп тема сәнәғәтте нығытыуға, экология мәсьәләләренә ҡағылды.
Артабан Учалы филармонияһына ингән ерҙә Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән аралашты. Улар хеҙмәт хаҡының түбәнлеге, ҡала дауаханаһы һәм поликлиникаһында белгестәргә ҡытлыҡ, йәштәр өсөн эш урындары етмәүе һ.б. хаҡында һөйләне. Республика етәксеһе, барлыҡ проблемаларҙы, әлбиттә, тиҙ арала хәл итеп булмаясағын, шулай ҙа тора-бара һәммәһе лә яйға һалынасағын белдерҙе.
“Һеҙҙең ярҙамығыҙға иҫәп тотам, үҙ-ара хәбәрләшеп кенә Башҡортостанды яңы үҫеш кимәленә сығарырға мөмкин”, – тине ул.