Шәрифә әбей керпек тә ҡаҡмай төн ауҙарҙы. Сәлихйәне шул тиклем һағынғанмы бейәһен, теленән төшөрмәй һөйләне лә һөйләне. Заҡуан, өйөрө айғырының уҫаллығын белгәнгә күрә, ҡолонон (тай тиһәң дә була инде) ситкә типмәһәләр ярар ине, тип борсолдо. Ни тиһәң дә, йылҡы малы. Бүреләрҙең ас, ауылға яҡынлаған мәле, ситтә йөрөһә, сапсып-фәлән ҡуймаһын инде тип, әле бейәһе, әле ҡолоно өсөн өҙгөләнде. Йоҡланымы икән бабайы? Таң беленеүгә ҡыптырлап сығып та китте. Һыйыр ҡыуаһы түгел, көтөүҙе ташланы көтөүселәр күптән.
Торорға йыбанып, ята бирҙе Шәрифә. Солан ишеген ипле генә ябып, көлә-көлә килеп ингән бабайына аптырап, тороп уҡ ултырҙы.
– Буяндың өйөрҙә икәнен онотоп, кәртә эсен ҡарап йөрөйөм. Төшөмдә булдымы икән әтеү, ып-ысын итеп күрҙем, ҡайтып тора икән тип. Кистән кис буйы һөйләп ятҡайным, эй иҫәр! Тауыҡ төшөнә тары керә тей... – кеткелдәп көлөп ҡуйған булды үҙ алдына.
Оторо ҡыйын булды Шәрифәгә был һүҙҙәрҙән. Әллә йөҙөнә бәреп сыҡтымы уйланыуы, һиҙҙе буғай бабайы ла:
– Әллә ауырып тораңмы, әбей? Йөҙөң ҡасҡан.
– Юҡ, ауырымайым. Һин юҡта арыңҡырағайным бит мал артынан йөрөп, – тигән булды, иркәләнеп.
Шәрифә ауыр ҡалҡынып тороп сәй ҡуйҙы. Бабайы усаҡ тоҡандырҙы. Өйҙә мейестең сытырлап янған тауышы ғына ишетелә. Сәйер, шым ҡалды бабай. Әллә һиҙенәме?
– Әбей?! Төшкө тамаҡ эскәс, барып ҡына ҡарап ҡайтайым әле бейәмде. Айғыры бирмәҫ ул, уҫал тиҙәр уны. Ситтән генә күҙ һалып тынсытайым күңелде. Гәрәй, эсминәһе бөткәс килһә, икәүләп барып алырбыҙ.
– Ҡуй-ҡуй! Ыҙалап йөрөп ней! – Шәрифә әбей нисек тә булһа арҡыры төшөргә сәбәп табалмай үрһәләнде. – Балнистан яңы сығып тораң, әҙерәк нығын. Ҡасмаҫ атың, Гәрәй өс көндән килер, моғайын. Алыҫ ергә йәйәү бармаҡсы булып ултыраһыңмы? Кит! Йәйәү йөрөп ней!
– Әллә... Күрге килә бит әле. Һағындырған.
Башҡаса ат хаҡында һүҙ ҡуҙғалманы. Ауырырҙан алда алып ҡайтып ауҙарған утынын да быстыртманы әбей. Эйелеп, туңҡандап йөрөп, тағы ауырып китер тип ҡурҡты. Унда-бында һуғылып, эш соҡоп, көҙҙөң ҡыҫҡа көнөн дә үткәрҙеләр.
Икенсе көн икенселәй һағынды бабай атын.
– Бер ҡасан да өйөр һөйһөнмәгән бейәмдең былай тиҙ өйөргә өйрәнеп ҡайтмауы сәйер бит, әбей. Ҡаршы торма, күҙем әле шөкөр үткер, Ҡыҙылъяр тирәһенән генә ҡарап ҡайтайым әле. Заҡуандың өйөрө шул Балсыҡсоҡор тирәһен төйәкләгән бит ул әүәлдән.
– Эй, Аллам! Сыҙамаҫ йән булдың! Бер көн ҡалды, бер генә көн! Тороп тор!
– Ҡарап ҡына ҡайтам, алып ҡайтырға тимәйем бит.
Шәрифә әбей ни тиергә лә белмәй аптыранып йөрөп сәй ултыртты. Башы шул тиклем буталдымы, шәкәр һауытына һоҫоп тороп тоҙ ултыртҡан. Көлөшөп алған булдылар, ҡартлыҡ ғәләмәте тип. Ҡайҙан ғына ҡартлыҡ ғәләмәте булһын инде был бутау! Гәрәй болғаны бит башты!
Әкен-сөкөн өй эштәренә мәшғүл әбей Сәлихйәндең йүгән тотоп Ҡыҙылъяр яғына атлағанын күрмәй ҙә ҡалды. Һәлмәк баҫып, һәр йорт, һәр ҡура артын күҙ уңынан үткәреп, талпынып атлай ине ҡарт. Ҡулындағы йүгәне аҙымдарын йәмләп сыртылдап ҡуя.
Бына Ҡыҙҙар түбәһе. Арҡыс-торҡос бағаналары ауған, кәртәләре һурылып һынып бөткән элекке баҫыу урыны. Ҡуртымға алған ине ошо ерҙәрҙе Марат ҡорҙашының улы. Һай ғына ҡаҙып, әрселмәгән сей уҫаҡты ҡаҙап ҡына сыҡтылар ҙа бит, бер-ике йыл үтеүгә, унан-бынан ауып йығылды ла бөттө кәртәһе. Һөргән ерен әрем, ҡый баҫып, оторо йәмһеҙләнде. Ҡалъялай ерҙе кешенән ҡыҙғанып алғас, тәрбиәләргә ине... Ауыҙ эсенән һөйләнә-һөйләнә һынған кәртәнән таяҡ һындырып тотоп, бер аҙ таяна биреп атлай башланы бабай. Шулай еңелерәк һымаҡ аҙымдар.
Эй, кәртәһе артында ике биҙрә картуф сәсеп ашамағанды, илле гектар ерҙе эшкәртә буламы һуң әҙәм?! Марат ҡорҙашының улын эстән әрләп тә алды. Атаһының малын һатып, техника алды ла ер үлсәтте. Ярай сәсеп тә ҡуйҙы. Тик мал булмағас, ем, иген кемгә хәжәт? Ыҡтырып мал тотһа, вәт шәп булыр ине. Йәнле бизнес бит ул мал. Ҡуй инде, Марат ҡорҙаш та малайынан уңманы, мин дә улым юҡ тип һайрай торғас, ул тапҡайны Шәрифә, әллә ҡыҙҙар араһында үҫеп майырыҡ булдымы, әллә артыҡ иркәләтеп боҙоп бөттөләрме? Нимә һәйбәт — гел уға, иң татлы өлөш Гәрәйгә ти торғас, ауыҙға һоғонорға тип һонғанды ла һонолоп ала башланы бит әй! Әлдә ҡыҙҙары ат йәнле булды былай. Кейәүҙәрҙе әүмәләп, ыҡтырып мал көтәләр. Ҡалаға китәбеҙ тип тә ынтылманылар. Бер-береһенән ҡалғанды кейеп, әрһеҙ үҫтеләр. Ә был Гәрәйгә яңынан-яңы ғына кәрәк. Ҡуй инде, исмаһам, бер ат егешеп, ат ҡарашып та йөрөмәне бит малай булып. Лутсы ҡыҙ ғына булып тыуһа, үҫтерҙем дә кейәүгә оҙаттым булыр ине. Ни ҡайтып нигеҙ тотмай, ни батынып берәй эштә эшләмәй, ҡайҙа аҡса күп тиҙәр, шунда осоп-ҡунып тик йөрөй. Әлләсе, ғүмер буйы бер колхозда, башты баҫып мал ҡарап тик йәшәнеләр. Ашарҙарына булды, артығын эҙләп тә йөрөмәнеләр. Хәҙерге балалар ҡомһоҙмо, туймаҫ ҡапҡорһаҡмы...
Уйҙарына бирелеп атланы ла атланы Сәлихйән бабай. Ара-тирә осраған өйкөм малдарҙы ҡарап ары юлланды. Ҡыҙылъяр яҡынайҙы. Унан ары — Балсыҡсоҡор. Күп ҡалманы, моғайын, шуның артындалыр аттар...
Ә был мәлдә әбей үрһәләнеп, әле был, әле теге ҡыҙы аша Гәрәйҙе таптыра ине. Тик килен бала ғына уның телефон номеры үҙгәреүен хәбәр итеп, һандарын әйтте. Шылтыраттылар. Сменала түгел, һин дә мин балыҡта йөрөй икән дуҫтары менән. Тауышына ҡарағанда — һалмыш. Эсе бошто әсәнең. Атаһының ат ҡарарға китеүен әйткәс, енләнеп, телефон аша аҡырырға ла күп һораманы Гәрәй. Бейәнең әлеге хужаһы көткән өсөн хаҡ өҫтәне, алып килеүгә лә түләгеҙ, тине лә һалды. Тимәк, аҡсаны тотоноп бөткән. Һандыҡ төбөндәге кәфенлеккә тигән тауар аҫтынан һурылып ҡына арыуыҡ аҡса өҫкә сығып ятты. Аҡса һүҙен ишеткәс, Гәрәй бөгөн үк юлға сығырын әйтте...
Балсыҡсоҡор артында аттар юҡ. Ҡаш йыйырып, оҙаҡ ҡына тирә-йүнде ҡарап торҙо бабай. Бәлки, арыраҡтыр, тип атлай бирҙе. Аттар осрай, тик Заҡуандың өйөрө түгел. Ҡыҙғанып, алыҫҡа ҡыуҙымы икән? Көҙ көнө мал юғалыусан, берәйһе теймәһә ярар ине. Яңғыҙ бөртөк бейәмдән дә ҡалһам, ҡайһылай була инде шунан?
Арҡыры һаҙҙы сығып, сауҡалыҡтарҙы ҡараны бабай. Юҡ. Сылтырап ишетелгән ҡыңғырау тауышына табан атланы – уныһы ла ят өйөр булды. Күҙ генәһе тондо ҡарттың. Буяндың уйсан күҙҙәре күҙ алдынан китмәне, арып туҡтағанда ғына сығарған “уф” тигән тауышы ҡолағына салынғандай булды.
Көн кисләне. Бара торғас, ҡайһы тирәлә булыуын да бутала башланы. Аҙашты, күҙ алдары ҡараңғыланды ҡарттың. Оторо яңылышмаҫ өсөн өйөлгән бесән эҫкерте янына сүгәләне. Туҡтағас ҡына аяҡтары томбаҙып, арығанлығын белде. Көҙгө һалҡын кис. Күҙ ҙә бәйләнде. Ҡайһы яҡҡа атларға? Ҡайтыр юл тип килгән яҡҡа боролоп ҡарағайны, тау һымаҡ ҡалҡып урман тора. Урман аша үтмәгәйне шикелле. Атлаған ере баҫыу ине.
Тәүге тапҡыр аҙашты Сәлихйән. Эх, егелгән Буяны булһа, иҫе лә китмәҫ ине! Хатта арбаға салҡан ятып, дилбегәне үҙ яйына ебәр, барыбер алып ҡайтып ҡуйыр ине. Әҙәм башы аҙашһа ла, ат яңылышмай бит ул!
Тамаҡ ҡатып сәй һорай, ашҡаҙан да үкерә. Һыуыҡ аяҡ табандарының иҫен юйҙырып өшөтә. Шылт иткән тауыш юҡ. Тын. Ҡурҡыныс та хатта...
Гәрәй осоп-елеп тигәндәй Буянды алып килергә китте. Әсәһе усына йомдорған аҡсаның арыуыҡ өлөшө үҙенә ҡалырына ҡыуанып бөтә алмай. Алдашһа ла ышана бит әле улары, бигерәк бер ҡатлылар! Юл алыҫ. Тейәп алып ҡайтҡанды күрмәһә, ишеү ҙә шәп буласаҡ, әйҙә Балсыҡсоҡор яғында йөрөп ҡалһын атаһы.
Тик тейәүе бер әтнәкә булды. Тыңламай Буян. Йөҙ ыҙа менән тейәп, бортты ҡайырып ябам тигәнсе, саҡ үҙен тапамай, нуҡтаны өҙөп аша һикерҙе. Бәйһеҙ ҡолон да әсәһе артынан сыйнап сабып киткән булды. Ят ауыл, ят ерҙәр. Тотоп ҡара инде шунан.
Гәрәйҙең усындағы аҡса күптән хужаның түш кеҫәһенә күскәйне. Машина менән артынан ҡыуа төшөп эҙләү ҙә файҙаһыҙ булды. Кәбәнгә төшкән энәләй юҡ булды ла ҡуйҙы Буян ауыл араһында. Бер кем күрмәгән, бер кем ишетмәгән урам тултырып кешнәп үткән бейәне. Күңелһеҙ хәбәр әсәйгә әйтелде. Ә ул атаһының һаман ҡайтмауына борсолоуын әйтте. Йәнен көйҙөрөп, тәгәрмәсте әпкилеп ҡуй, тип өҫтәне етмәһә. Машинаға запчасть кәрәккәс, дүрт арба тәгәрмәсенә алмашҡайны. Әпәт аҡса сығара инде.
Бейә ҡасты, тәгәрмәстәрҙе ҡайтарырға ла, ҡул һелтәр кәрәк быларға. Суҡынһындар аттары менән! Табылмаһа ни, береһе урлағандыр тиер ҙә ҡотолор. Әсәһе барыбер һатмаҫ!
...Быҙауҙарын имеҙмәй башлағаны бирле ҡайтмаған һыйырҙарын таң менән эҙләргә сыҡҡан ауылдашы Мөриттең юлына тап булды Сәлихйән ҡарт. Эҫкерт төбөндә ҡулына шыҡырайта йүгән тотҡан ҡарт йоҡомһорап ултыра ине. Күгәреп өшөнгән ирендәре дерелдәп ниҙер һөйләй, аңлап булмай. Тиҙ генә күтәреп машинаға ултыртып, алып барҙы өйөнә изге ҡотҡарыусы йән.
Шәрифә әбей ҡобараһы осоп ҡаршы алды. Йылынып, сәй эсергә эшкингәс, бабай аҙашыуын һөйләне. Күҙ йәштәре аша тыңлаған әбей, бабайына бейәнең һатылыуын инде һөйләйем генә тигәндә, урам тултырып иртәнге тын һауаны яңғыратып бейә кешнәүе яңғыраны. Ултырғысын дөбөр-шатыр ҡолатып торған әбей, туйтаңлап урам тәҙрәһенә йомолдо. Артҡы ишек әллә асыҡ торған, урам уртаһында манма тиргә батҡан бейә, танауын таржайтып ҡайнар тынын бөркөп ишек-тәҙрә яғына ҡарап, ҡабат-ҡабат әсе кешнәй ине. Артынса дөбөрләп килеп ингән ҡолон да сырылдап кешнәп ҡуйҙы.
Өҫтөндәге юрғанын бөркөп ташлаған Сәлихйән бабай, аяғына ла кеймәй йөн ойоҡта килеш Буянға ташланды. Ике яугир яу үтеп осраштылармы ни!
– Ташлашмайыҡ! - тиҙәр кеүек ине улар.
Һурылып тартылған бейәһенең арыҡ кәүҙәһен, ҡамыт һуғып сейләнгән муйынын күргән ҡарт хәлдең тиктән генә былай түгеллеген аңланы. Башын һалындырып бабайға иркәләнгән бейә күҙҙәрендә лә, бабай бите буйлап та йәш аға ине.
Ситән егенән күҙәткән Гәүһәр килен дә, тупһаға сығып ҡатып ҡалған Шәрифә әбей ҙә ҡыуаныстан күҙ ситтәрен яулыҡ осо менән ышҡый...
Ә арба тәгәрмәстәре ҡапҡа эсенә инеп етер-етмәҫ ерҙә аунап яталар ине...
Сәлихйән ҡарт та, Буян да яйлап һауығып, нығынып, элеккесә тормош дауам итте. Гәрәй үҙ ҡылығына бер аҙ уңайһыҙлыҡ кисерһә лә, һуғым ашына саҡырыуға ҡаршы сыҡманы. Килде. Әбей үҙ яйынса ғына бабайға барыһын да һөйләп бөткәйне инде, башҡаса һүҙ ҡуҙғатманылар. Кем яңылышмай, аҡса яңылыштырып та ҡуя шул әҙәмде. Атай кешенең башмаҡтарын һатып һонған аҡсаһынан да баш тартманы, һуғымлыҡтан сабып һалған итте алып, һин дә мин ҡайтып китте. Ҡыҙҙарының үҙ малдары булһа ла, уларға өлөш сығарҙы. Ризыҡ өләшкәндән тик арта ғына икәненә инанып йәшәй ҡарт. Әбейе лә йомарт ҡуллы, май-ҡоротон, эремсек-маҙарын әҙерләп, инселәп бөтә. Барыһы ла яҡшы, барыһы ла үҙ урынында ине. Ине...
Ике-өс айлап ваҡыт үтеүгә Гәрәй ҡаты ауырып дауаханаға эләкте. Ҡайғырҙы әсәй кеше лә, атай ҙа. Бала бит! Бала сағынан йәшертеп тәмәке көйрәтеп өйрәнгән малай, ҡалаға уҡырға киткәс, оторо шаштырып “уйнаны” төтөн менән. Оҙаҡ уйындың аҙағы яҡшы түгеллеген иҫкәртеү ҙә файҙа килтермәгәйне, үпкәләре түҙмәҫлек сиккә етеп, үҙен белгерткән икән. Ауыр әмәлиәттәр, оҙайлы дауаланыуҙар...
Өй ризыҡтарын тейәп ҡала юлын тапаны Шәрифә әбей. Ҡарт кешегә ауыр ине ҡыш өҫтөндә юл йөрөүе. Түҙҙе. Бала бит ни тиһәң дә!
Артыҡ борсолоуҙан ауырып китмәһен тип, барыһын да белгертмәҫкә тырышты ҡартына. Ауырыу балаңа ярҙам итә алмауҙан ла ауыр хәл бармы икән? Хәленән килһә, ҡырҡып ҡына үҙ үпкәһен ялғар ине. Юҡ шул ундай сара. Юл буйына илап, әллә нисә тапҡыр ҡала юлын тапаны әбей. Бабайының һорашыуына йүнәлеп бара тиеү менән сикләнде. Үпкә генә етмәгән, ашҡаҙанда сей яраһы ҡуҙғалып, ашау яғы ла тартыла төштө. Гәрәй һурылып ҡына шәмдәй һүнеп барғандай. Әле ул, әле был дауахананы белешеп, ҡыҙҙары менән шылдырып та ҡаранылар, тик хәл үҙгәрмәне.
Табип ауыҙынан һаумал бейә һөтө килешә тигәнде ишетеп, ауылға алып ҡайтыуҙы хәстәрләргә булдылар. Хәлһеҙ Гәрәй аяҡтан да яҙҙы. Тотоноп ҡына торһа ла, башы әйләнеүгә, ауыртыныуҙарға сыҙамай кире ҡоланы. Эс бошороп, килен бала ла ҡыҙын алып, әсәһенә ҡайтып китте. Кәрәкмәне ауырыу ир.
Еленләп торған Буянға өмөт итеп Шәрифә Гәрәйҙе тейәп алып ҡайтты. Март аҙағының һыуыҡ көндәре. Иртә еленләне алай ҙа бейә быйыл. Гәрәй ҡайтып, ике көн үтеүгә Буян ҡолонланы. Ҡолон бер аҙ аяҡҡа баҫып нығынғас, әбей сынаяҡ тотоп ҡына бейә еленен тартып, балаһының ауыҙына әҙләп кенә һөт тамыҙҙы. Улы һаумал һөт ашҡаҙандың янып барыуын әҙ генә булһа ла баҫыуын әйткәс, ҡыуанды. Күп итеп эсеп булмай, ярамай ҙа. Ҡәҙимге төҫ алды Гәрәй. Йәй етеүгә буйтым таяҡҡа таянып тышҡа сыға алды. Әсәһенең Буянды һауғанын һарай мөйөшөнә таянып ҡарап торҙо бер көн. Сөм ҡара күҙҙәрен ҙур асып, еленен тартҡанға иҙырап торған бейәне тәүләп күргәндәй һоҡланып ҡараны. Оҙон ялдарын һелкеп, ләпәк ҡыуған бейә, ҡолонон ҡушҡас, балаһын мороно менән еҫкәп яратып, кешнәүенә иҫе китте. “Ни тиклем изге хайуан һин, Буян! Әгәр һин булмаһаң, бәлки мин күптән ер ҡуйынында ятыр инем. Шифалы һөтөң менән аяҡҡа баҫтырҙың бит, рәхмәт һиңә! Кисер мине, ахмаҡты! Яңылыштым...”
Йүгереп йөрөп мал тәрбиәләгән атаһына, балаһы өсөн өҙгөләнгән әсәһенә эстән генә рәхмәттәрен әйтеп, күңеле йомшарҙы Гәрәйҙең. Ебеклеген күрһәткеһе килмәне, рәхмәтен дә ҡысҡырып әйтергә ҡыйыулығы етмәне...
Көҙгә аяҡ баҫтылар. Буянды ҡолононан айырып, ағытыр мәл етте. Ҡолондан бигерәк һаумал һөткә өйрәнгән Гәрәй яфаланды. Яралары һыҙлап, төндәрен ыңғырашыуҙар артты. Дауаханаға ятып ҡарау ҙа, алыҫ ерҙәрҙән түләүле шифа эҙләү ҙә файҙаға булманы. Өҙгөләнде ололар, ярҙам итә алмауына яфаланды.
Ҡыш. Кибеп кенә түшәктә ятҡан улына йылымыс һөтлө сәй һонған әсәһенә Гәрәй:
– Әс-сәй, им-меҙгән аҡ һө-ө-төңә ри-риза бул и-инде... – тине.
Хәлдең ул тиклемгә барып етерен уйламаған әсә, күҙ төптәрен һөртөп кенә башын һелкте. Һонған сәйгә ынтылманы Гәрәй. Өҫтөнән ауыр йөктө ауҙарғандай, күҙҙәрен йомдо.
…Күҙ алдында киң ялан, ә ялан буйлап күк ат саба. Бына шул ат, йөгөнөкләп ултырған Гәрәйгә килеп туҡтаны ла, ер тырнап ултырырға саҡыра. Эх! Бер ҡасан да ат башына менеп ҡарамағанмын шул! Ҡайһы яғынан, нисек атланырға? Өйрөлөп йөрөгән егетте көтмәне күк ат... Ялдарын ялбыратып аҡ томандар араһына инеп китте... Ир ат артынан ҡулын һоноп һалҡын ергә йығылды... Шул йоҡонан башҡаса уянманы Гәрәй.
...Ҡырылған тар юлдан мәңгелек йортҡа уны Буян алып барҙы. Сана тултырып тоҙ тейәһәләр ҙә еңел булыр һымаҡ. Был Буяндың сираттағы иң ауыр йөгө ине...