Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Май 2019, 18:06

Байрамса Өфө гөрләп торҙо

Заманалар, илдәге ҡоролош үҙгәрһә лә, Беренсе Май һаман да халыҡ көтөп алған байрамдарҙың береһе булып ҡала. Баш ҡаланың Рус дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанға йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә күп йыйылғайны.

Байрам "Ғәҙел иҡтисад хеҙмәт кешеһенең ихтыяжы өсөн" тигән митинг менән башланды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев халыҡты Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотланы. Тантана республиканың сәнғәт оҫталары концерты менән тамамланды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас