Кисә Ил Президенты Владимир Путин интернеттың Рәсәй сегменты (рунет) эшен тотороҡло тәьмин итеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы, донъяла виртуаль селтәр һүнеү хәүефе янағанда Рәсәй “дөйөм ҡулланыштағы элемтә селтәре менән үҙәкләштерелгән идара итеү мөмкинлегенә эйә”. Тыйылған контентты йәмәғәтселек иғтибарына сығармау бурысы иһә “Роскомнадзор”ҙың элемтә операторҙарына йөкмәтелә.
Законға “Бойондороҡһоҙ рунет” тураһындағы үҙгәрештәрҙе Дәүләт Думаһы 16 апрелдә ҡабул итте, 22-һендә уларҙы Федерация Советы ла хупланы.
Фото: Дмитрий Духанин/“Коммерсант”