Новости
3 Май 2019, 14:28

Хеҙмәткә хөрмәт көнө

Ерҙе йәмләп, күңелдәрҙе ҡанатландырып еребеҙгә Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы килде. Сәйәси буяуҙары уңа төшһә лә, ул бөгөн дә халыҡтың көтөп алған, яҙ һулышы, тәбиғәт уяныуын һәм яңырыуын һүрәтләгән, хеҙмәткә дан йырлаған күркәм тантаналы көн. Кешене кеше иткән, уның үҫешен юғарылыҡтарға күтәргән, матди байлыҡтан тыш, халыҡтың сәнғәтен, шиғриәтен барлыҡҡа килтергән хеҙмәткә хөрмәт байрамы ла ул.

Ерҙе йәмләп, күңелдәрҙе ҡанатландырып еребеҙгә Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы килде. Сәйәси буяуҙары уңа төшһә лә, ул бөгөн дә халыҡтың көтөп алған, яҙ һулышы, тәбиғәт уяныуын һәм яңырыуын һүрәтләгән, хеҙмәткә дан йырлаған күркәм тантаналы көн. Кешене кеше иткән, уның үҫешен юғарылыҡтарға күтәргән, матди байлыҡтан тыш, халыҡтың сәнғәтен, шиғриәтен барлыҡҡа килтергән хеҙмәткә хөрмәт байрамы ла ул.


Республикабыҙ халҡының бер өлөшө байрамда ял итһә, күптәре хеҙмәт урындарында, кемдер — яҙғы сәсеүҙә, кемдер — руль артында, кемдер икмәк бешерә... Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы — бөтә хеҙмәт кешеләрен туплаған берҙәмлек, теләктәшлек байрамы ғына түгел, тормошҡа илһам биреүсе ышаныслы көс тә ул.


Баш ҡаланың Рус дәүләт академия драма театры алдындағы Ленин исемендәге майҙанға ла йәштәр, өлкәндәр күп йыйылғайны. 1 Май Рәсәйҙә дуҫлыҡ, яҙ һәм хеҙмәт, яҡшы үҙгәрешкә ышаныс байрамы булараҡ дәүләт кимәлендә билдәләнә. Ә профсоюздар хәрәкәте өсөн был байрам һәр ваҡыт хеҙмәт хоҡуҡтарын халыҡ-ара яҡлау йәһәтенән теләктәшлек көнө булып ҡала. Йылдар үтһә лә “Тыныслыҡ! Хеҙмәт! Май!” тигән һүҙҙәр үҙ мәғәнәһен юғалтмай. Тап шуға ла митингта ҡулына лозунгтар тотҡан төрлө быуын кешеләрен күрергә мөмкин ине.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
— 1 Май — хеҙмәтсән халыҡҡа хөрмәт күрһәтеү байрамы, яңырыу һәм төҙөкләндереү билдәһе, — тине ул. — Был көндө беҙ үҙенең эше, таланты, оҫталығы менән матди һәм рухи байлыҡ тыуҙырған барлыҡ халыҡҡа рәхмәт белдерәбеҙ. Уларҙың Башҡортостандың һәм барлыҡ Рәсәйҙең үҫешенә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Бындай белгестәр һәр өлкәлә күп. Бөгөнгө митингта тыуған еребеҙ өсөн фиҙакәр эш өлгөһө күрһәткән хеҙмәт ветерандары ҡатнаша. Был – хеҙмәт юлын яңы башлаған йәштәр өсөн өлгө. Быйыл — республикабыҙҙың юбилей йылы. Ошо йөҙ йыл арауығында Башҡорт­остан күп нәмәгә өлгәште. Респуб­ликабыҙ нефть сығарыу, эшкәртеү һәм химия сәнәғәте үҙәге булараҡ ҡеүәтле төбәктәрҙең береһенә әй­ләнде. Беҙҙең бурыс — өлгәшел­гәндәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү. Бер проектты ла йәмәғәтселек ярҙамынан, һәр кешенең намыҫлы хеҙмәтенән башҡа тормошҡа ашырыу мөмкин түгел...

Митинг һуңында резолюция ҡабул ителде. Байрам республиканың сәнғәт оҫталарының концерты менән тамамланды.
Читайте нас