Новости
9 Май 2019, 07:36

Улар әле лә сафта

Бөгөн Рәсәй халҡы 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығын билдәләй. Башҡортостанда Еңеү көнөн 38101 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм инвалиды, уларға тиңләштерелгән кеше ҡаршылай. Шуларҙың 924-е һуғышта туранан-тура ҡатнашҡан, 26 225-е – тыл эшсәне, 112-һе – “Блокадалағы Ленинградта йәшәүсе” билдәһе менән наградланған, 107-һе иһә – концлагер тотҡондары.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республикабыҙҙан фронтҡа 700 меңдән ашыу яугир киткән, шуларҙың 322 меңе яу яланынан әйләнеп ҡатмаған. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса илебеҙ был аяуһыҙ һуғышта 26,6 миллион кешене юғалтҡан.
Ил Президенты Владимир Путин Рәсәй халҡын оло байрам менән ҡотланы. Бөгөн Мәскәүҙәге Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парады үтә, ә илебеҙҙҙең барлыҡ төбәктәрендә “Үлемһеҙ полк” акцияһы уҙғарыла.
#ВладимирПутин
Читайте нас