Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 15 майҙа ҡыҫҡа ваҡытлы, айырым райондарҙа йәшенле ямғыр, борсаҡ яуыуы күҙаллана.
Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан, ямғыр яуғанда көсәйеүсән. Һауа температураһы төндө 9-14, көндөҙ 20-25, көнсығыш райондарҙа 15 градусҡа тиклем йылы була.
16 майҙа һауа торошонда әллә ни үҙгәреш көтөлмәй. Төндә 6-11, көндөҙ 17-22, көньяҡта 26 градус йылы була.