Новости
15 Май 2019, 08:05

Балалы өй – баҙар, балаһыҙ өй – маҙар...

Бөгөн – Халыҡ-ара ғаилә көнө. Быйылғы ғинуар-апрель айҙарында республикала 14 037 сабый донъяға килгән.

Бөгөн – Халыҡ-ара ғаилә көнө. Быйылғы ғинуар-апрель айҙарында республикала 14 037 сабый донъяға килгән.


Үткән осор менән сағыштырғанда, тыуымдың кәмеүе күҙәтелһә лә, ҡайһы бер райондарҙа ул арта төшкән. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ, Нуриман, Йәрмәкәй, Күгәрсен, Саҡмағош, Ғафури, Асҡын, Өфө, Дыуан, Йылайыр, Шаран, Илеш, Әлшәй райондарында сабыйҙар күберәк тыуған.


Ғаиләлә бәпес тыуыуы атай-әсәй өсөн генә түгел, бөтә йәмәғәтселек өсөн оло шатлыҡ. Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа республикала демографик күрһәткестәр әллә ни һөйөндөрмәй. Мәҫәлән, бынан өс йыл элек Башҡортостанда 56 меңдән ашыу бала донъяға килһә, былтыр ул 47 411 тәшкил итте.


Фото: child-lib. com
Читайте нас