Синоптиктар киләһе өс көнгә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар бик шатландырмай. Ял көндәрендә республикала ҡар көтөлә.
18 майҙа республикала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Төнөн төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Төндә һауа температураһы – 2-7 градус. Урыны менән ҡырау төшә. Көндөҙ – 10-15 градус йылы.
19 май көндө лә һауа торошо ҡыуандырмай. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, төньяҡ райондарҙа төнөн ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Төнөн 0-дән 5 градусҡаса йылы. Ҡырау төшә. Көндөҙ – 8 – 13 градус йылы.