Өфөлә “Газ. Нефть. Технология” 27-се халыҡ-ара күргәҙмә бара.
Сараның беҙҙә үткәрелеүе осраҡлы түгел – республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы йылдар һуҙымында табышлы тармаҡтарҙың береһе булып ҡала. Мәҫәлән, Башҡортостан илдә автомобиль бензины, дизель яғыулығы етештереү күләме буйынса – беренсе, импортланған нефтте, этилен, ксилол, стирол, синтетик каучукты эшкәртеү йәһәтенән – икенсе, нефть сығарыу буйынса өсөнсө урында.
Форум Рәсәйҙең 37 төбәгенән һәм 10 сит илдән 350-нән ашыу компанияны, тармаҡтың алдынғы белгестәрен, фән, сәнәғәт һәм бизнес әһелдәрен берләштерҙе. Залда Германия, Италия, Швейцария, Ҡытай, Һиндостан, Польша, Ҡаҙағстан, Япония һәм башҡа илдәрҙең, шулай уҡ ҡеүәтле нефть һәм химия предприятиеларының, нефть машиналары төҙөлөшөнөң, шул иҫәптән “Башнефть/Роснефть”, “Лукойл”, “Транснефть”, “Газпром” компанияларының күргәҙмәһе ойошторолған.
Сараны республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров асып, ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне, форумдың әһәмиәтен билдәләне.
– Иҡтисадта нефть менән газ тармағы ла үҫешә, – тине ул. – Форумда ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булһын өсөн беҙ фекер алышыуға, уйланыуға ҡоролған төрлө ҡыҙыҡлы темаларҙы алырға тырыштыҡ. Шуға ла тармаҡта һанлы трансформацияға күсеү буйынса күргәҙмә ойоштороуҙы һәм кәңәшләшеүҙе маҡсатҡа ярашлы булыр тип таптыҡ.
Эйе, заман алға барған һайын тармаҡ та үҫешә. Яңы технологиялар индереү һәм үҫтереү иҡтисади йәһәттән өҫтәмә табыш алыу мөмкинлеген бирә. Комплекста һанлы технологияларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән уңышлы аҙым эшләнелә. Улар ил, донъя күләмендә көнәркәшлеккә һәләтлелекте үҫтереүгә нигеҙ булып тора. Ошо йәһәттән “Башнефть” акционерҙар йәмғиәтенең “Һанлы ятҡылыҡ” тәжрибә-сәнәғәт эксплуатациялау проектына старт биреү тантанаһы сараның ҙур ваҡиғаһы булды.
“Рәсәйҙең һанлы нефть һәм газ трансформацияһы: проблемалар һәм перспективалар” тигән пленар ултырыш йәнле барҙы. Нефть сәнәғәт тармағының билдәле етәкселәре, ғалимдар ошо йүнәлештә үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты. Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин: “Углеводород сеймалына, энергия ресурстарына ихтыяж артҡанда нефть һәм газды табыу, транспорт һәм тәрәнәйтеп эшкәртеү технологияһын даими камиллаштыра барғанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Шуға ла нефть һәм газ предприятиелары һанлы һәм роботтар эшмәкәрлегенә күсә. Был етештереү ҡеүәтен арттырырға, бер үк ваҡытта авариялар һәм тирә-яҡ мөхитте бысратыу ихтималлығын кәметергә мөмкинлек бирә”, – тине.
Дүрт көн дауам иткән йыйында утыҙҙан ашыу эшлекле сара үткәреләсәк. Секция кәңәшмәләре Өфө дәүләт нефть техник университеты базаһында һәм ҡаланың башҡа майҙансыҡтарында ойошторола. Финляндияның Рәсәйҙәге илсеһе Микко Хаутала ҡатнашлығында ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм утилләштереү буйынса “түңәрәк өҫтәл”, Башҡорт-Белорус эшсе төркөмөнөң ултырышы ла форумда ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булмаҡсы.