Новости
31 Май 2019, 06:23

Һәр сабыйҙың йөҙө ҡояштай балҡыһын

Эй, бала саҡ – ғәмһеҙ, уйһыҙ, рәхәт саҡ... Донъяға саф, самими күҙҙәр менән баҡҡан, күңелендә тамсы ла кер булмаған, һиңә ҡарап эскерһеҙ йылмайған бәләкәс кешене күреп, ирекһеҙҙән үҙең дә йылмаяһың. Балалар – йәшәү йәме лә, тормош мәғәнәһе лә.

Эй, бала саҡ – ғәмһеҙ, уйһыҙ, рәхәт саҡ... Донъяға саф, самими күҙҙәр менән баҡҡан, күңелендә тамсы ла кер булмаған, һиңә ҡарап эскерһеҙ йылмайған бәләкәс кешене күреп, ирекһеҙҙән үҙең дә йылмаяһың. Балалар – йәшәү йәме лә, тормош мәғәнәһе лә.


Йылдағы матур йолаға тоғро ҡалып, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан редак­циябыҙ коридоры бәләкәстәр­ҙең, дөрөҫөрәге, сәскә кеүек ҡыҙҙарҙың, шат тауыштарына күмелде. Араларында иң бәләкәсе булған ике йәшлек Камила менән дүрт йәшлек Юлиә Минғәлиевалар, әсәләрен оҙайлы ялдан һуң эшкә сығарып, балалар баҡсаһына йөрөй башлаған. Редакциялағы апай-ағайҙарға башҡортсалап “Һаумыһығыҙ!” тип өндәшкән ҡыҙҙарға афариндан башҡа ни әйтәһең! Биш йәшлек Фатима Аҡъюлова менән Әҙилә Усманова – әхирәттәр, баҡсаға бергә йөрөйҙәр. Ҡыҙҙарҙың береһе – табибә, икенсеһе уҡытыусы булмаҡсы. Уларҙың тиңдәше Сафия Балтабаева ла аҡ халат кейеп, кешеләрҙе дауалау хаҡында хыяллана. “Әсәйем, атайым, ағайҙарым бер ҡасан да ауырымаһын”, – тигән изге теләген дә еткерҙе ул. Тиҙҙән алты йәше туласаҡ Наҙгөл Ғәбитова йә һатыусы, йә балерина булырға теләй. “Үҙемдең магазиным булһа, мин унда иң тәмле мәмәйҙәр, иң матур уйынсыҡтар һатасаҡмын”, – тине ул. Быйыл мәктәпкә барырға йыйынған Әҙилә Әһлиуллина төплө, етди яуаптары менән һоҡландырҙы. Уның хыялы – теш табибы булыу.


Ер йөҙөндәге барлыҡ бәләкәстәр ҙә шундай матур, яҡты хыялдар менән йәшәһен, һәр сабыйҙың йөҙө шатлыҡтан балҡыһын, тормош йәме булған балаларыбыҙ бәхетле, яҡлаулы һәм һаҡлаулы булһын!
Читайте нас