Новости
2 Июня 2019, 13:08

Илай, туҙына...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был көндәрҙә йәшен булыуы, елдең көсәйеүе көтөлә.

Фото: ok.ruФото: ok.ru
Фото: ok.ru
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был көндәрҙә йәшен булыуы, елдең көсәйеүе көтөлә.
Бөгөн киске сәғәт 8-ҙән тәүлек дауамында республика биләмәһендә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен буласаҡ. Ел көндөҙ секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫер. Һауа температураһы төндә – 8-13, төньяҡ һәм таулы райондарҙа – 4, көндөҙ 22-27 градус йылы. Юлдарҙың айырым участкаларында төндә, иртәнсәк томан булыр.
Өфөлә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе ихтимал.
Читайте нас