Новости
3 Июнь 2019, 10:49

Тағы һыуыта...

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, республикала һауа температураһының бер аҙ түбәнәйеүе көтөлә.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, республикала һауа температураһының бер аҙ түбәнәйеүе көтөлә.


Иртәгә ҡыҫҡа ваҡытлы ҡойма ямғыр, борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан әкренләп төньяҡ-көнбайышҡа күсеп, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 6-11, көньяҡ биләмәләрҙә 16 градусҡа тиклем, көндөҙ иһә 16-21 градус йылы була.


5 июндә төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 4-9 градус йылы, төньяҡ райондарҙа 0-дән 2 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ 16-21 градус йылы булыуы күҙаллана. Ҡайһы бер райондарҙа ҡырау төшәсәк.
Читайте нас