Новости
7 Июнь 2019, 09:52

Ҡасан йылытыр?

Республикабыҙға ҡасан йылы көндәр әйләнеп ҡайтыр? Был һорау күптәрҙе борсойҙор.

Республикабыҙға ҡасан йылы көндәр әйләнеп ҡайтыр? Был һорау күптәрҙе борсойҙор.


“Башгидрометүҙәк”тән хәбәр итеүҙәренсә, шәмбе һәм йәкшәмбе бер аҙ һалҡынса булмаҡсы. Төньяҡтан көслө ел көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы төндә 6-11, урыны менән 2, көндөҙ иһә 17-22 градус йылы булыуы күҙаллана.


9 июндә 20-25 градусҡа тиклем йылыта.


Аҙна башында көньяҡтан йылы һауа массаһы килеү менән термометр бағаналарының 29 градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә. Синоптиктар фаразлауынса, эҫе көндәр төбәктә ай уртаһына тиклем дауам итәсәк.


Фото: Гөлфиә Акулова.
Читайте нас