Бөгөн Башҡортостан матбуғаты көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы баш ҡалала яҙыусы, журналист, дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙиндың Матбуғат йорто алдындағы һәйкәленә сәскә һалынды.
Сарала БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто етәксеһе Венера Хәкимова, Башҡортостан Журналистар союзы етәксеһе, “Йәшлек” гәзите мөхәррире Артур Дәүләтбәков, яҙыусылар Ҡәҙим Аралбай, Марсель Сәлимов, төрлө редакция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Байрам менән ҡотлап, Артур Дәүләтбәков: “Башҡортостан журналистары ифрат бәхетле, сөнки үҙ байрамыбыҙ, премиябыҙ, почетлы исемдәребеҙ бар”, – тип белдерҙе. Әйткәндәй, ул етәкләгән йәмәғәт ойошмаһы 1500-ләгән ҡәләм оҫтаһын берләштерә.
Заман ниндәй генә үҙгәрештәр килтермәһен, журналист һәр ваҡыт абруйлы һөнәрҙәрҙән булып ҡала, сөнки фәҡәт улар илдәге хәлдәрҙе яҡтырта, көнүҙәк проблемаларҙы күтәрә, теге йәки был хәлдәргә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итә. Һөнәри байрамды ла уларҙың күбеһе эш урынында ҡаршылай: журналистар заман менән бергә атлай, һәр саҡ ваҡиғалар уртаһында ҡайнай.
Фото bashinform.ru сайтынан.