“Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале Өфөлә дауам итә. Был сара сиктәрендә ҡала мәҙәниәт һарайында сағыу тамаша үтте, иртәгәһенә ҡатнашыусылар ҡала халҡын байрам концертында сәләмләне.
Фестивалдә Башҡортостан, Корея, Македония, Ҡаҙағстан, Беларусь, Чили, Ҡырғыҙстан, Шри-Ланка, Сенегал вәкилдәре ҡатнаша. Уларҙы республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Насретдинов сәләмләне.
“Төрлө мәҙәниәтле, төрлө динле халыҡтарҙың осрашыуы, берләшеүе, бында сиктәр булмауы – шәп күренеш. Мәңгелек ҡиммәттәр бер. Һәм беҙ барыбыҙ ҙа тик тыныслыҡ яҡлы”, – тине Әминә Ивний ҡыҙы һәм сит ил ҡунаҡтарын 2020 йылда Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына саҡырҙы.
Илгиз Диҡҡәт улы үҙ сығышында “Берҙәмлек” фестиваленең тыныслыҡ, дуҫлыҡ, изгелек байрамы булыуын билдәләне.
“Беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе – тыуған ергә, тарихҡа һөйөү тәрбиәләү”, – тине ул.
Сарала беҙҙең “Мираҫ” халыҡ фольклор ансамбле сығыш яһаһа, Белоруссиянан “Полешуки” атҡаҙанған халыҡ һәүәҫкәрҙәре коллективы, Ҡырғыҙстандан “Нур”, Македониянан “Александр Турундзев” төркөмдәре сәхнәне биҙәне. “Таджиниса” ҡаҙаҡ халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән “Юксал” уйғыр музыкаль коллективы тамашасыны дала моңона ҡойондорһа, шағирҙар иле тип йөрөтөлгән Чилиянан килгән йырсы, шағирә-импровизатор Сессилия Асторганың тормош иптәше менән сығышы күңелдең нескә ҡылдарын сиртте. Шри-Ланканан “Рангаранга” академия бейеүҙәре ансамбле, Кореяның Тегу ҡалаһы музыкаль оркестрының дүрт халыҡ ҡоралдарында уйнауы, Сенегал вәкилдәре “Африка арыҫландары” традицион музыка оркестры сиктәрендә барабансылар, бейеүселәр, хатта акробатсылар сығышы байрамды тулы бер шоуға әйләндерҙе.
Башҡортостан халҡы Рәсәй көнөн һәм Өфө ҡалаһының 445 йыллығын билдәләгән байрамда “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале В.И. Ленин майҙанында сығыш яһап, ҡала халҡын һәм килгән ҡунаҡтарҙы әсир итте. Бындай көндә халыҡтар дуҫлығынан, төрлө мәҙәниәттәрҙең берләшеүенән дә матур күренеш бармы икән?!