Новости
15 Июнь 2019, 17:33

Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә

Бөгөн Салауат Юлаев исемендәге майҙан көрәшселәрҙе тупланы.

Дмитрий Мөхәмәтҡолов фотолары.Дмитрий Мөхәмәтҡолов фотолары.
Дмитрий Мөхәмәтҡолов фотолары.
Бөгөн Салауат Юлаев исемендәге майҙан көрәшселәрҙе йыйҙы.


Унда республикабыҙҙың 17 районынан һәм Ульяновск, Һамар өлкәләренән йөҙҙән ашыу спортсы Өфө ҡалаһы хакимиәте Кубогына көс һынашты. Ярыш арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән абруйлы милләттәшебеҙ – Хөкүмәт вице-премьеры булып эшләгән Артур Әхмәтхановтың яҡты иҫтәлегенә арналды.
Башҡортостандың Көрәш федерацияһы президенты Вәкил Ильясов хәбәр итеүенсә, ярыштың еңеүсеһе – Мәсетле районынан Айгиз Зәйнетдинов. Уға төп приз тапшырылған – яңы автомобиль!
Турнирҙың башҡа еңеүселәре аҡсалата бүләккә лайыҡ булған: беренсе урынға – 20, икенсегә – 15, өсөнсөгә ун мең һум.
Иң яҡшы көрәшселәр ауырлыҡ буйынса алты категорияла билдәләнгән.
Читайте нас