Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн киске сәғәт 8-ҙән һауа торошо боҙолоп, тәүлек дауамында шулай тороуы ихтимал.
Республикала алмашыныусан болотло, яуым-төшөмһөҙ булыр. Көндөҙ төньяҡ өлөштә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, борсаҡ яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡтан секундына төндә 0-5, көндөҙ 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк. Йәшен мәлендә көсәйеп, был күрһәткес секундына 15-20 метрға етер.
Һауа температураһы төндә – 13-18, төньяҡ һәм таулы райондарҙа – 8, көндөҙ 28-33 градус йылы.
Өфөлә алмашыныусан болотло, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Һауа температураһы төндә – 16-18, көндөҙ 30-32 градус йылы.