Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Новости
25 Июнь 2019, 12:14
Өлгөрөп ҡалығыҙ!
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!2019 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу 28 июнгә тиклем оҙайтыла.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
2019 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу 28 июнгә тиклем оҙайтыла. Гәзитегеҙ – тоғро дуҫығыҙ, кәңәшсегеҙ йыл аҙағына тиклем йортоғоҙға килеп торһон тиһәгеҙ, ашығығыҙ, почта бүлексәләрендә һеҙҙе көтәләр!
Хаҡтар түбәндәгесә:
П2729 индексы (аҙнаһына өс тапҡыр) – 1498 һум 50 тин
В2729 (Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн) – 1350 һум
П3030 индексы (аҙнаһына бер тапҡыр, йома) – 680 һум 10 тин
В3030 (Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн) – 623 һум 28 тин
Электрон версия
(rbsmi.ru сайтына инеп йә редакция аша яҙылырға мөмкин) – 834 һум.
Баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы квитанцияғыҙҙың күсермәһен ебәрһәгеҙ, “Аҙна һайын – бүләк” акцияһында ҡатнашып, бүләк отоу ихтималлығы бар: электр сәйнүктәре, сәй сервиздары, түшәк кәрәк-яраҡтары.
Иң ҙур бүләк
– “Яҡтыкүл” шифаханаһына юллама!
Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанция күсермәһен ебәреүегеҙ һорала, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!
Квитанция күсермәһен редакцияға почта аша йәки WhatsApp ҡушымтаһы аша 89177901571 номерына, электрон адресҡа (
bashgazet@mail.ru
), “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмгә (vk.com/gazetabashkortostan) ебәрергә була.
Белешмәләр өсөн телефондар:
(347) 272-62-61; 273-83-92.
Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ, дуҫтар!
Аҙна бүләге
был юлы гәзитебеҙҙе уҡый белгәндән алып даими алдырған
Гөлсөм Монасиповаға
тапшырылды.
Ул, Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры булараҡ, балаларҙа милли матбуғатҡа һөйөү тәрбиәләй. “Атайым ауылда ябай тракторсы булһа ла, өйҙә баҫмаларҙың ниндәйен генә алдырманыҡ. Бәләкәйҙән гәзит уҡып үҫкәнгә күрә ғаиләбеҙ менән дә “Башҡортостан”ды яратып уҡыйбыҙ. Тарих, кешеләр яҙмышы тураһындағы яҙмалар оҡшай. Ҡоролтай алдынан тарихи баҫмалар гәзитте тағы ла уҡымлыраҡ итә”, – ти Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"