Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 28 июндә республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр көтөлә.
Ел төньяҡтан, әкренләп көньяҡ-көнсығышҡа күсә, йәшен ваҡытында көсәйә. Һауа температураһы төндә 6-11, көндөҙ 19-24 градус йылы була.
29 июндә айырым биләмәләрҙә борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан көсәйеүсән. Һауа температураһының төндә 9-14, көндөҙ 23-28 градус йылы булыуы көтөлә.