Новости
30 Июнь 2019, 09:56

Июлдең кәйефе нисек?

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә...

Фото: denesmagazin.mkФото: denesmagazin.mk
Фото: denesmagazin.mk
Өс көн дауамында әлеге һауа торошо һаҡланасаҡ, тип хәбәр иттеләр Башгидрометүҙәктән.
Фаразланыуынса, бөгөн алмашыныусан болотло булыр, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыр. Көнбайыш райондарҙа күк күкрәүе ихтимал. Ҡойма ямғыр, борсаҡ та булыуы бар.
Ел көньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә, айырым райондарҙа был күрһәткес 18-23-кә етер. Һауа температураһы көндөҙ – 28-33, төньяҡ-көнбайышҡа табан – 23 градусҡа тиклем.
1 июлдә республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар булыр, урыны менән күк күкрәр. Ҡойма ямғыр, борсаҡ яуыу бар. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан, талғын. Айырым райондарҙа – көслө.

Һауа температураһы төндә – 15-20, көндөҙ – 21-26, көньяҡ-көнсығышҡа табан – 31 градусҡа тиклем.
2 июлдә ямғыр көтөлә, айырым урындарҙа көслө булыр, күк күкрәүе, борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көслө иҫер.
Читайте нас