Новости
9 Июль 2019, 12:17

Йәй ғүмере ҡыҫҡа – һәр мәле ҡәҙерле

Ниһайәт, ысын йәй әйләнеп ҡайтты.

Фото: ok.ruФото: ok.ru
Фото: ok.ru
Синоптиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, ниһайәт, ысын йәй әйләнеп ҡайтты. Шулай ҙа ямғырҙар туҡтамай.
Кисен урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә, көндөҙ йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын, йәшен йәшнәгәндә көслө. Һауа температураһы төндә 13 – 18, көндөҙ 24 – 29, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 34 градусҡа тиклем эҫе.
Иртәгә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, көндөҙ урыны менән боҙборсаҡ яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 15 – 20 градус, көндөҙ 21 – 26 градус йылы, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 31 градусҡа тиклем эҫе.
Читайте нас