Новости
11 Июль 2019, 10:43

Эҫе...

Һауа торошо: бөгөн һәм иртәгә ниҙәр көтөлә?

Фото: yandex.ruФото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
Бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә, көндөҙ йәшен йәшнәүе, боҙборсаҡ яуыуы ихтимал.


Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 10-15, көндөҙ 23-28 градус йылы, көньяҡ райондарҙа 30-35 градусҡаса эҫе.


Иртәгә шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен йәшнәүе көтөлә. Урыны менән көслө ямғыр, боҙборсаҡ яуасаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйә. Төндә – 15-20, көндөҙ 23-31 градус буласаҡ. Республиканың көньяғында 36 градусҡаса эҫетеүе ихтимал.
Читайте нас